Хилажев Ренат Рафаил улы
Биографияһы
Ренат Рафаил улы Хилажев 1983 йылдың 25 апрелендә Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ ҡалаһында тыуа. Сығышы менән Ҡыр-көҙәй башҡорттарынан. Уҡырға Ҡатаутамаҡ ҡалаһы мәктәбенә бара, 14 йәшендә Өфөгә килеп, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыуын дауам итә. Рус мәктәбенән килгәнлектән башҡорт мөхитендә тәүҙә ауыр була, әммә тырышлығы ярҙамында мәктәпте тик «бишле» билдәләренә генә тамамлауға өлгәшә (2000).
Артабан Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында юғары һөнәри белем ала (2005), әммә икенсе юғары белеме буйынса — финанс менеджеры, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын 2015 йылда тамамлай. 2007 йылдан бизнеста.
Бизнесҡа килгәнгә тиклем банк идарасыһы, «Урал финанс үҙәге» компанияһы директоры булып эшләй[1][2]. 2005 йылда лизинг компанияһына килә[3]. 2012 йылда аутосорсинг нигеҙендә бухгалтер һәм финанс консалтингы өҫтәмә эшмәкәрлеген аса. 2014 йылда Питерҙан алып Хабаровскиға тиклем Рәсәйҙе йөрөп сыға, уның лекцияларын 200-ҙән ашыу компания тыңлай[4]. Тәүге аҙымдарын бизнес-инкубаторҙан башлап, 2013 йылда фекерҙәштәре менән бергә тәүге ике тиҙ хеҙмәтләндереүсе ресторан һатып ала[5]. Ренат Хилажев бөгөн — Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙары ихтыяжы өсөн финанслауҙың төрлө төрҙәрен йәлеп итеү тәжрибәһенә эйә эшҡыуар. Һөҙөмтәлә 1 миллиард 500 миллион һум аҡса йәлеп ителә[1]. Башҡортостандың — бизнес, Рәсәйҙең банк йәмғиәтендә киң бәйләнештәргә эйә.
Әлеге ваҡытта «РадостьЕсть» кафеһы милектәше. Һуңғы проекттарының береһе — кафела Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан юғары баһаланған яһалма интеллект базаһында аш-һыуҙы таныу буйынса I SPOK аппарат-программа комплексын ҡулланыуҙы индереү. Компаньондары менән бергә «РадостьЕсть» селтәрен федераль франшиза итеп киңәйтергә планлаштыра[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының финанс-сәнәғәт һәм инвестицион сәйәсәт буйынса совет эксперты (2020), Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡортостан Республикаһының Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы ағзаһы.
Яңы эш башлыусы эшҡыуарҙарҙы, оло йәштәгеләрҙе һәм теләүселәрҙе финанс грамотаһына өйрәтеү менән шөғөлләнә[6].
2020 йылдағы коронавирус пандемияһы осоронда «ҡыҙыл зона»ла эшләүсе табиптарҙы йылы аш менән тәьмин итеү инициаторҙарының береһе[7].
Ғаиләһе
Өйләнгән, күп балалы атай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Ренат Хилажев: «При Хамитове в Башкирии у бизнесменов просто опускались руки»
- ↑ Ренат Хилажев: «За что давать взятку, если все вопросы сняты?» 2021 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Ренат Хилажев: финансовый консалтинг, нефтехимия и общепит
- ↑ «Продажа услуг кредитного брокера юридическим лицам»
- ↑ Ренат Хилажев: От бизнес-инкубатора до собственной сети общепита
- ↑ В Уфе организованы бесплатные курсы по финансовой грамотности 2021 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Кто и чем кормит врачей в ковидных госпиталях?
Һылтанмалар
- Ренат Хилажев. Сеть халяльных Кафе-столовых «Радость есть» 2021 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
- Э. Муталова. Bashkort 2.0 / Э. Муталова.
- Дилбәр Ишморатова. 75 йыл:иҫтәлектәр, йөрәк һүҙҙәре... / Дилбәр Ишморатова. — Өфө, 2019. — 256 с.