Хисаметдинов Риф Мотиҡ улы

Хисаметдинов Риф Мотиҡ улы (рус. Хисаметдинов Риф Мутигович; 3 август 1936 йыл — 14 июнь 2004 йыл) — педагог, партия һәм комсомол органдары хеҙмәткәре. ВЛКСМ-дың XIV съезы делегаты.

Биографияһы

Риф Мотиҡ улы Хисаметдинов 1936 йылдың 3 авгусында Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ ауылында тыуған.

1950-се йылдарҙа Троицк татар-башҡорт педагогия училищеһын, 1966 йылда КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбен, 1980 йылда Силәбе дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1955 йылда Ҡоншаҡ районының Ибраһим 7 йыллыҡ мәктәбендә математика фәне уҡытыусыһы булып башлай. 1956—1965 йылдарҙа Ҡоншаҡ районының Таҡталым МТС-ы зонаһы буйынса ВЛКСМ Үҙәк Комитеты инструкторы. Артабан ВЛКСМ-дың Ҡоншаҡ район комитетының 2-се, артабан 1-се секретары, КПСС-тың Ҡоншаҡ район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире булып эшләй.

Ҡайҙа ғына эшләһә лә районда комсомол-йәштәр бригадаларын булдырыуға, совхоздар һәм мәктәп коллективтары араһында шефлыҡ бәйләнештәрен нығытыуға, йәштәр өсөн механизаторҙар курстарын ойоштороуға етди иғтибар бүлә. Шуға ла ВЛКСМ-дың XIV съезы делегаты итеп һайлана.

1967 йылда һәм 1970—1981 йылдарҙа Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ һәм Мөслим урта мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1981 йылда Копейск ҡалаһына күсенә һәм 44-се урта мәктәптә уҡыта, артабан янғын һүндереү отряды начальнигы вазифаһын башҡара. 1968—1970 йылдарҙа — Сосновка районында Митрофанов совхозының партия комитеты секретары, 1993—1996 йылдарҙа Ҡоншаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «Комсомолда әүҙем эшләгәне өсөн» билдәһе;
  • РСФСР Мәғариф министрлығының Почет грамоталары;
  • КПСС-тың Силәбе Өлкә Комитетының Почет грамоталары;
  • Силәбе өлкәһенең халыҡ мәғарифы идаралығының Почет гпамоталары.

Иҫкәрмәләр