Хисмәтуллин Әхмәт Әхәт улы
Хисмәтуллин Әхмәт Әхәт улы (19 ғинуар 1952 йыл), дәүләт хеҙмәте ветераны. 1986—1994 йылдарҙа Башҡортостандың Үҙәк дәүләт тарихи архивы директоры; 1998—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив эштәре идаралығы начальнигы, 2014—2021 йылдарҙа идаралыҡ ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010), Рәсәй Федерацияһының почётлы архивсыһы (2007).
Биографияһы
Әхмәт Әхәт улы Хисмәтуллин 1952 йылдың 19 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһының) Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
Һылтанмалар
- Главному архивисту Башкортостана Ахмету Хисматуллину сегодня исполнилось 55 лет. ИА «Башинформ», 19 января 2007 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2022)
- 70-ЛЕТИЕ АХМЕТА АХАТОВИЧА ХИСМАТУЛЛИНА. Управление по делам архивов Республики Башкортостан. 19 января 2022 года 2022 йылдың 18 февраль көнөндә архивланған.
- Хисматуллин Ахмет Ахатович. Единый республиканский инновационный бизнес-портал (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2022)