Хәбибуллин Булат Нурмый улы

Хәбибуллин Булат Нурмый улы (24 май 1958 йыл) — математик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1993), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011).

Биографияһы

Булат Нурмый улы Хәбибуллин 1958 йылдың 24 майында Татар АССР-ының Баулы районы (хәҙер Татарстан Республикаһының Ютазы районы) Бәйрәкә ауылында тыуған.

1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлаған, 1983 йылдан ошо юғары уҡыу йортонда эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге векторлы решёткалар проблемаларына арналған.

Ғилми хеҙмәттәре

  • Последовательности неединственности для весовых пространств голоморфных функций Б. Н. Хабибуллин. Изв. вузов. Матем., 2015, № 4, 75–84
  • Подпоследовательности нулей для пространств Бернштейна и полнота систем экспонент в пространствах функций на интервале. Б. Н. Хабибуллин, Г. Р. Талипова, Ф. Б. Хабибуллин. Алгебра и анализ, 26:2 (2014), 185–215
  • Теорема Хелли и сдвиги множеств. II. Опорная функция, системы экспонент, целые функции. Б. Н. Хабибуллин. Уфимск. матем. журн., 6:4 (2014), 125–138
  • Теорема Хелли и сдвиги множеств. I Б. Н. Хабибуллин Уфимск. матем. журн., 6:3 (2014), 98–111

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар