Хәжирә йыры (йыр)
«Хәжирә йыры», «Хәжирәкәй» — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Тарихы
Йырҙың көйөн тәүләп Н. Шоңҡаров 1965 йылда Башҡорт АССР-ының Учалы районы Туңғатар ауылында Г. Яҡуповтан яҙып алған. Лирик-эпик характерҙағы был йырҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын ғалимдар XIX быуаттың беренсе яртыһына бәйләй.
Риүәйәткә ярашлы, йырҙы М. Я. Буҙыҡаевтың ҡыҙы Хәжирә сығарған. Уны 1-се мишәр кантоны Ихсан Азаматовтың улы Шаһишәрифкә кейәүгә биргәндәр. Хәжирәнең әсәһе, Буҙыҡаевтың беренсе ҡатыны Йәмилә (бәлки, Йоғра) ниндәйҙер ғәйебе өсөн каторгаға һөрөлгән була. Хәжирә үҙенең йырында яҡындарын хәтерләп моңлана, тыуған яғын һәм әсәһен һағына. «Хәжирә йыры»ның көйө «Азамат» йырының көйөнә тартым.
Башҡарыусылар
«Хәжирә йыры»н башҡарыусылар араһында С. М. Ильясов, Х.С. Йәнбирҙина [1] бар.
Әҙәбиәт
- Ильясов Спартак. «Күңелдәргә бигерәк зауҡы икән» «Ватандаш» журналы. 2007, №2 [2] 2019 йылдың 26 октябрь көнөндә архивланған..
- Хәжирә йыры (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.