Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы
Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы (рус. Минзаля Гайнетдиновна Хайруллина; 1961 йылдың 13 октябре, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы, Башҡорт АССР-ы) — совет, Рәсәйм театр артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004)[1].
Биографияһы
1961 йылдың 13 октябрендә БАССР-ҙың Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуған.
1983 йылда Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр сәнғәте факультетын (педагогтары Исрафилов, Рифҡәт Вәкил улы һәм Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы) тамамлай.
1983 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай[2][3].
Театрҙа башҡарған ролдәре
- «Тутыйғош Жако» Славкин Виктор Иосифович — «Катя»
- «Ҡоштар ояларына ҡайталар» Ш. Рәхмәтуллина — «Мадам»
- «Миләүшә», Нәжиб Асанбаев — «Миләүшә»
- «Йәш йөрәктәр», Ф. Бурнаш — «Мәфтуха»
- «Өлкән ул» Вампилов Александр Валентинович — «Нина»
- «Аманатҡа хыянат», Ф. Богданов — «Римма»[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1992)[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Маҡтаулы исем 2004 йылдың 16 декабрындағы Башҡорстостан Президенты ҡарары № ПҠ-639 менән бирелә 2013 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 Т. Д. Бабичева. Хайруллина Минзаля Гайнетдиновна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Мәжит Ғафури исемендәге театр сайтында
Һылтанмалар
- Универсаль энциклопедия «Башҡортостан»: Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы 2013 йылдың 13 декабрь көнөндә архивланған.
- Т. Д. Бабичева. Хайруллина Минзаля Гайнетдиновна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Хайруллина Минзаля Гайнетдиновна
- Минзаля Хайруллина