Хәкимов Марат Нурый улы
Хәкимов Марат Нурый улы (10 июль 1952 йыл) — педагог, комсомол һәм дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, подполковник (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2009). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1977) һәм Рәсәйҙең 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2000) менән бүләкләнеүсе.
Биографияһы
Марат Нурый улы Хәкимов 1952 йылдың 10 июлендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Этҡол ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ғаиләһендә тыуған.
1959 йылдан урындағы урта мәктәптең беренсе синыфына бара. Уҡыу йылдарында пионер отряды советы рәйесе, мәктәптең комсбюро ағзаһы була. Етенсе синыфты тамамлағандан һуң йәйге айҙарҙа колхозда мал аҙығы әҙерләүҙә даими ҡатнаша. 1969 йылда урта белем алғас, Башҡорт дәүләт университетының физика–математика факультетына уҡырға инә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2009)
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1977)
- 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2000)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Хакимов Марат Нурыевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 20 август 2022)