Хәлилов Әҡсән Насретдин улы
Биографияһы
Әҡсән Насретдин улы Хәлилов 1959 йылдың 14 авгусында Көйөргәҙе районы 1-се Кинйәабыҙ ауылында тыуған. Башланғыс мәктәптән һуң Өфө ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә (бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) белем ала, аҙаҡтан Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһында уҡытыусы, мәктәп директоры, Стәрлетамаҡ ҡалаһында сыҡҡан «Ашҡаҙар» гәзитенең баш мөхәрирре булып эшләй. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы В. И. Ленин исемендәге лицей—интернатта директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. 2013 йылдан Стәрлетамаҡ В. И. Ленин исемендәге 2 -се һанлы лицей-интернатта педагог-тәрбиәсе. 2018 йылдан алып Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы рәйесе. Биш китап авторы.
Китаптары
- «Хөкөмдар»,1993 йыл, Өфө
- «Һағауыл», 2004 йыл, Өфө
- «Өмөтдар», 2017 йыл, Өфө
- Күҙлекле өкө" (Балалар өсөн) 2008 йыл, Өфө
- «Ҡуласала» 2001 йыл, Стәрлетамаҡ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.
Һылтанмалар
- http://ашкадар.com/index.php?option=com_content&view=article&id=289:2012-08-14-09-18-14&catid=41:2012-01-24-02-00-09&Itemid=64(недоступная ссылка)
- http://www.bashforum.net/index.php?/topic/8757-8757/ 2013 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.