Фәтихов Хәлит Шәйех улы

Хәлит Шәйех улы Фәтихов  (рус. Халит Шайехович Фатихов1958 йылдың 20 марты, Исәмәт, Башҡорт АССР-ы) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы баянсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004).

Биографияһы

1958 йылдың 20 мартында Илеш районының Исәмәт ауылында тыуған. 1978 йылдан алып Башҡорт дәүләт филармонияһының концертмейстеры булып эшләй. 1990 йылда Стәрлетамаҡта мәҙәни-мәғрифәт училищеһында уҡып сыҡҡан. Сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм фиҙаҡәр хеҙмәте 1989 йылда — «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы», 2004 йылда «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән юғары исемдәр менән баһаланды.

Хәлит Фәтиховтың ижади һәләттәре һәм эшмәкәрлеге юғары профессионаллек, сағыу импровизация, виртуоз техника, ансамблде нескә тойоу менән айырылып тора. Ул — бик күп башҡорт һәм татар халыҡ көйҙәренең баян өсөн эшкәртмәләре авторы. 1989 йылда Татар АССР-ында уҙғарылған Башҡорт АССР-ының әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Свердловск ҡалаһында Башҡортостан мәҙәниәте байрамында ҡатнаша, 1997 һәм 2007 йылдарҙа — Мәскәүҙә, 2006 йылда Төркиәнең Истанбул ҡалаһында сығыш яһай, СССР, Германия, Төркиә буйлап гастролдәрҙә йөрөй. 1997 йылда — Ҡазанда үткән «Татар йыры» халыҡ-ара конкурсында, 2008 йылда Өфөлә республика филармониялар фестивалендә дипломант була.

Ғаиләһе

  • Ҡатыны — Лилиә Фәтихова, эстрада артисы;
  • Улы — Илшат;
  • Улы — Айнур (1983—2020), баянист[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989);
  • Башҡортостандың халыҡ артисы (2004);
  • «Татар йыры» Халыҡ-ара конкурсы дипломанты (1997);
  • Республика филармониялар фестивале дипломанты (Өфө, 2008).

Иҫкәрмәләр

  1. В Башкирии простились с известным баянистом-виртуозом Айнуром Фатиховым. ufa.kp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026.