Фәтихова Лилиә Ғәрифулла ҡыҙы

Лилиә Ғарифулла ҡыҙы Фәтихова (рус. Лилия Гарифулловна Фатихова1954 йылдың 3 ғинуары, Солтанморат, Башҡорт АССР-ы) — совет, Рәсәй эстрада артисы. 1975—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).

Биографияһы

1954 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Солтанморат ауылында тыуған.

«Сәнғәткә һөйөү миңә ата-әсәйемдән килде, атайым заманында Ауырғазы колхоз-совхоз театрында эшләгән. Өс йәшемдән ултырғысҡа баҫып шиғыр һөйләй торғайным. Артистар менән аралашып үҫтем», — тип хәтерләй бала сағын Лилиә Фәтихова. Урта мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ культура ағартыу училищеһында уҡый.

Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театрында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

Артабан оҙаҡ йылдар филармонияла эшләй, үҙ һәләтен эстрадала аса. Йәш артист мәшһүр Кәтүк — Әхәт Уразмәтов етәкселегендә һөнәр серҙәренә өйрәнә.

Ғаиләһе

  • Тормош иптәше — Хәлит Фәтихов, музыкант;
  • Улы — Илшат;
  • Улы — Айнур (1983—2020), баянист[1].

Иҫкәрмәләр

  1. В Башкирии простились с известным баянистом-виртуозом Айнуром Фатиховым. ufa.kp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2026.