Уразмәтов Әхәт Сәлих улы
Әхәт Сәлих улы Уразмәтов, Кәтүк (рус. Ахат Салихович Уразметов; 1931 йылдың 9 декабре, Ҡалмаш, Башҡорт АССР-ы — 2015 йылдың 2 июле, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет һәм Рәсәй эстрада артисы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1967) һәм халыҡ (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1983) артисы.
Биографияһы
Уразмәтов Әхәт Сәлих улы 1931 йылдың 9 декабрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Ҡалмаш ауылында тыуған[1].
1951 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлеген тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы.
1952 йылдан актёрҙарҙың артабан киң билдәлелек аласаҡ «Кәтүк менән Бағанай» дуэты (1952—1999) ойошторола. Унда «Кәтүк» — Ә. С. Уразмәтов, «Бағанай» — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы Ғәфүр Латипов була. Дуэттың репертуары ҡыҙыҡ-мәҙәктәр, төртмә таҡмаҡтар, юмор һәм сатиранан тора. Башҡорт эстрадаһының талантлы оҫтаһы, Уразмәтов лирик һәм публицистик монологтар менән сығыш яһай, Ҡ. Даян, А. Ғирфанов, Ш. Бикҡол, Ф. Иҡсанов, Ш. Насиров, Н. Хафизов һәм башҡаларҙың интермедаларында 100-ҙән артыҡ сағыу образ тыуҙыра. Башҡортостан һәм Рәсәй ҡалалары, шулай уҡ Финляндия буйлап даими гастролдәрҙә йөрөй, төрлө фестивалдәрҙә, кисәләрҙә, концерттарҙа һәм ижади осрашыуҙарҙа әүҙем ҡатнаша.
Һөйләү жанры оҫтаһы, артист Ә. С. Уразмәтов 2015 йылдың 2 июлендә Өфөлә вафат булған[1][2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1983);
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1967).
Хәтер
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Уразмәтов Әхәт Сәлих улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025.
- ↑ Его называли «башкирским Райкиным» (К 85-летию со дня рождения артиста эстрады Ахата Уразметова). ИА «Башинформ» (9 ғинуар 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025.
- ↑ Память о великом мастере сцены... Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова (12 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе открыли мемориальную доску легенде башкирской эстрады. ИА «Башинформ» (12 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2025. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Уразмәтов Әхәт Сәлих улы (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2025)
- Интернет-портал «Культурный мир Башкортостана». Ушёл из жизни заслуженный артист РСФСР, народный артист БАССР, ведущий мастер эстрады Ахат Салихович Уразметов (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2025)
- Его называли «башкирским Райкиным» (К 85-летию со дня рождения артиста эстрады Ахата Уразметова). ИА «Башинформ», 9 января 2026 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2025)