Хәмиҙуллин Айрат Ғабдулла улы
Биографияһы
Айрат Ғабдулла улы Хәмиҙуллин 1956 йылдың 20 ғинуарында Ҡазанда тыуған. 7 йәше тулғас, мәктәпкә уҡырға бара. Рәсем мәктәбендә һүрәт төшөрөү дәрестәрен ала.
В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академияһының һынлы сәнғәт институтында уҡый.
Пост-импрессионизм стилендә, акварелдә рәсем төшөрә башлай. Рәсемдәре Рәсәй, AҠШ, Германия, Франция музейҙарында һәм коллекция йыйыусыларҙа һаҡлана. 1986 йылдан Н. И. Фешин исемендәге Ҡазан һынлы сәнғәт училищеһында уҡыта.