Хәсәнов Илмир Йосоп улы
Хәсәнов Илмир Йосоп улы (8 ғинуар 1942 йыл) — ғалим-инженер-механик. 1983 йылдан хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы, 2004 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).
Биографияһы
Илмир Йосоп улы Хәсәнов 1942 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Оло Кәркәле ауылында тыуған[1].
1966 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.
1967—1968 йылдарҙа — «Күтәрем» Арлан район нефть ҡыуыу идаралығында : өлкән механик, капиталь ремонт цехы начальнигы;
1968 йылдан Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ғилми-техник институтында (Өфө) зшләй, 1978 йылдан — шунда уҡ лаборатория мөдире.
1980—1982 йылдарҙа Сүриәлә эшләй. 1983 йылдан Өфө нефть институтының Салауат ҡалаһы филиалында «Химик етештереү машиналары һәм приборҙары» кафедраһы доценты, 1995 йылдан «Шәрек» ғилми-производство үҙәге етәксеһе, бер үк ваҡытта 1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһының Стәрлетамаҡ филиалы нефть һәм газ бүлеге мөдире. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта[2]. Илмир Йосоп улы — нефть сығарыу һәм ташыу ваҡытында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге белгес.
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе : нефть һәм тирә-яҡ мөхитте таҙартыу һәм ташыу системаларын файҙаланыу һәм ремонтлау өсөн ҡорамалдар һәм технологиялар. Уйлап табыуҙарға 42 авторлыҡ таныҡлығы бар. 400-ҙән ашыу баҫма, шул иҫәптән 3 монография авторы[1].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Хәсәнов Илмир Йосоп улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2022)
- Академия наук Республики Башкортостан/ Хасанов Ильмер Юсупович (рус.)