Хәтмуллина Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы
Хәтмуллина Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы[1] (рус. Хатмуллина Нажиба Галимьяновна; 1 сентябрь 1923 йыл — 6 апрель 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «За оборону Кавказа» миҙалы [2] һәм II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены [3] менән бүләкләнгән .
Биографияһы
Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы Хәтмуллина (ҡыҙ фамилияһы Өмөтдинова) Башҡорт АССР-ы Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында 1923 йылдың 1 сентябрендә тыуған. Атаһы - Ғәлимйән Өмөтдин улы Өмөтдинов, әсәһе - Баян Мөхәмәтхан ҡыҙы Өмөтдинова [4].
1941 йылдың 1 июлендә 18 йәшлек ҡыҙ Мәсетле район хәрби комиссариаты тарафынан Бөйөк Ватан һуғышына оҙатыла. Һауа һөжүме оборонаһының 85-се дивизияһы составына эләгә. Хәрби наградалары документтарынан күренеүенсә, ҡыҙ һауа һөжүмен күҙәтеү, хәбәр итеү һәм элемтә ғәскәренең айырым батальонында 63-сө күҙәтеү посында күҙәтеүсе булған [2][3].
Һуғыштан һуң яугир ҡыҙ Жданов исемендәге колхоз автогаражында эшләй. 1947 йылда Мөхәмәтфәғил Ҡәниф улы Хәтмуллинға [5] тормошҡа сыға һәм, ире фамилияһына күсеп, Хәтмуллина булып китә. Күпмелер ваҡыт "Кустпром" тигән ойошмала ла эшләп ала.
Тормош иптәше менән ике ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
1993 йылдың 6 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Яңы Мөслим ауылында, 69 йәшендә вафат була һәм ауыл зыяратында ерләнә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Нажиба Галимьяновна Хатмуллина
- ↑ 1 2 Медаль «За оборону Кавказа» №-010870
- ↑ 1 2 Орден Отечественной войны 2-й степени, наградной документ №84 от 06.04.1985 г.
- ↑ ДНК
- ↑ Мухаметфагил Канифович Хатмуллин
Сығанаҡтар
- Нажиба Галимьяновна Хатмуллина [1]