Хөбөтдинов Рауил Низам улы
Хөбөтдинов Рауил Низам улы (15 декабрь 1928 йыл — 5 август 1997 йыл) — совет ауыр атлеты һәм тренеры (ауыр атлетика). Мельбурнда үткән Йәйге Олимпия уйындарының көмөш миҙалы призеры. Ҡытай чемпионы (1956), Европа һәм СССР чемпионы (икеһе лә 1957 йыл), СССР Халыҡтары спартакиадаһы призеры (1956 йыл). Ауыр атлетика буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры.
Биографияһы
Рауил Низам улы Хөбөтдинов 1928 йылдың 15 декабрендә Кемерово өлкәһенең Юргин районы Зимник ауылында тыуа.
1956—1958 йылдарҙа штанга күтәреү (жим) буйынса 8 тапҡыр донъя рекордсыһы.
1948—1960 йылдарҙа СКА һәм «Крылья Советов» (Новосибирск) өсөн сығыш яһай[1].
1960 йылда спорт карьераһын тамамлай.
1961—1965 йылдарҙа «Спартак» (Октябрьский) ирекле спорт йәмғиәте тренеры.
1997 йылдың 5 авгусында Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында вафат була.
Йәйге Олимпия уйындары (1956)
Совет штангистары командаһы ете кешенән тора һәм 1956 йылдың Йәйге Олимпия уйындарында тренерҙар еңел ауырлыҡҡа Хөбөтдиновты һәм Рыбакты ҡуя, сөнки илдә Пауль Андерсенға еткән ауыр түләк булмай. 24 ноябрҙә Мельбурндың «Эксибишать Билдинг» күргәҙмә залында Рауил Хөбөтдинов еңел ауырлыҡта 125 килограм штанга күтәреп, ынтылыш менән күтәреүҙә 110 килограм ауырлыҡты күтәреп, этеп күтәреүҙә 137,5 килограмды алып Йәйге Олимпия уйындарының көмөш призеры була[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хабутдинов, Равиль Незамович
- ↑ Первый новосибирский олимпиец 2014 йылдың 2 декабрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Хөбөтдинов Рауил Низам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2023)
- Равиль Хабутдинов — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
- ХАБУТДИНОВ Равиль Незамович
- Первый новосибирский олимпиец/ 2021 йылдың 15 апрель көнөндә архивланған.