Чад (күл)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Күл
Чад
фр. Lac Tchad, ингл. Lake Chad
LakeChadCameroonTown.jpg
Морфометрия
Абсолют бейеклегеяҡынса 240[1] м
Майҙаны1350 (2005 г.)[2] км²
Күләме72[3] км³
Яр һыҙаты500—800[3] км
Иң тәрән урыны10—11[3] м
Уртаса тәрәнләк1,5[3][4] м
Бассейн
Бассейн майҙаныяҡынса 1 млн.[1] км²
Урынлашауы
13°12′27″ с. ш. 14°01′36″ в. д.HGЯO
Чад (күл) (Чад)
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Чад (франц. Lac Tchad, ингл. Lake Chad, ғәрәпсә Бар-эс-Салам) — Үҙәк Африкалағы тымыҡ реликт күле.

Чад, Камерун, Нигер һәм Нигерия территорияларының сигендә Сахара сүллегенең Чад уйпатында урынлашҡан. Бик һирәк булған аномаль күл кимәленең күтәрелеүе ваҡытында һыу Бахр-әл-Газаль йылғаһы үҙәне буйлап аға башлай[5].

Күл бассейныны майҙаны яҡынса 1 млн км², шуның яҡынса 700 мең км² майҙаны Шари йылғаһы бассейнына тура килә[1][5].

2001 йылғы Ерҙең яһалма юлдашы фотоһүрәте. Күк — һыу өҫтө, йәшел — үләндәр. Юғарыла — 1973, 1987 һәм 1997 йылдарҙағы фотоһүрәттәр.

Чад күле аҙ һыулы[6]. Уртаса тәрәнлеге яҡынса 1,5[3][4]—2[1][5] м. Ҡушылдыҡтары: Шари, Мбули[7] (Мбулу[8]), Комадугу-Йобе.

Күлдең көнсығыш өлөшөндә Будума, Карка һәм Кури утрау төркөмдәре урынлашҡан[8].

Чад күлендә 179 төр балыҡ тереклек итә[9].

Чад күле — төбәктә мөһим һыу сығанағы булып тора[10]. Күлдә балыҡ тотоу үҫешкән. Шари һәм Комадугу-Йобе йылғаларының тамаҡтары араһында суднолар йөрөшлө.

1960-сы йылдарҙан алып күл майҙаны кәмей барыуы күҙәтелә. 1963 йылда күлдең майҙаны — 25 мең км², 1973 йылда — 15,4 мең км², 1982 йылда — 2,3 мең км², 1994 йылда — 1,7 мең км². 1980-се йылдарҙа һәм 1990-сы йылдар башында ирригация өсөн күлдең һыуын ҡулланыу 4 тапҡыр арта[11].

2006 йылға ҡарата Чад күле 26 тапҡырға әҙәйгән һәм кибеүен һаманда дауам итә[12].

Һуңғы мең йыллыҡта Чад күленең етенсе тапҡыр кибеүе тураһында билдәле[12]. Конго бассейны йылғаһы Убангиҙан күлгә һыу үткәреү проекттары төҙөлә[12][13].

  1. 1 2 3 4 Дмитревский Ю. Д. Внутренние воды Африки и их использование.. — Ленинград: Гидрометеоиздат, 1967. — 380 с.
  2. Odada, Eric O.; Oyebande, Lekan; Oguntola, Johnson A. Lake Chad: Experiences and Lessons Learned Brief (PDF). Managing lakes and their Basins for Sustainable Use. International Lake Environment Committee (ILEC) Foundation (2005). Дата обращения: 15 февраль 2008.
  3. 1 2 3 4 5 Lake Chad. World Lakes Database. International Lake Environment Committee (ILEC) (1983). 2015 йылдың 20 ноябрь көнөндә архивланған.
  4. 1 2 (24 June 2008) «Vanishing Lake Chad—a water crisis in central Africa». WaterNews.
  5. 1 2 3 Дмитревский Ю. Д., Олейников И. Н. Озера Африки. — Ленинград: Гидрометеоиздат, 1979. — 184 с. — 35 000 экз.
  6. Чад — Хәҙерге заман географик атамалар һүҙлеге / Акад. В. М. Котляков редакцияһы. — Электрон баҫма. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006  (рус.)
  7. Карта бите D-33-В. Масштаб: 1 : 500 000.
  8. 1 2 Чад // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Hughes, R. H. A Directory of African Wetlands. — IUCN, 1992. — P. 463. — ISBN 9782880329495.
  10. Африка: энциклопедический справочник / Анатолий Громыко. — 2-е изд. — Советская энциклопедия, 1986—1987. — 1344 с. — 57 000 экз.
  11. Lake Chad: almost gone (ингл.). VITAL WATER GRAPHICS. An Overview of the State of the World’s Fresh and Marine Waters - 2nd Edition. UNEP (2008). Дата обращения: 18 сентябрь 2015. 2008 йылдың 16 декабрь көнөндә архивланған.
  12. 1 2 3 Как исчезает озеро Чад. rg.ru. Дата обращения: 17 ноябрь 2015.
  13. Мировой водный конгресс 2008
  • Barth, «Reisen und Entdeckungen in Nord- und Centralafrika» (Гота, 1855—58);
  • Beadle L. С., The inland waters of tropical Africa, L., 1974.
  • Nachtigal, «Sahara und Sudan» (Б. и Лпц., 1879—89).
  • Дмитревский Ю. Д. Внутренние воды Африки и их использование.. — Ленинград: Гидрометеоиздат, 1967. — 380 с.
  • Дмитревский Ю. Д., Олейников И. Н. Озера Африки. — Ленинград: Гидрометеоиздат, 1979. — 184 с. — 35 000 экз.
  • Чад // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Чад // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947.