Чилликоти (Огайо)

Чилликоти], ингл.  Chillicothe (ˌtʃɪlɨˈkɒθi әйтелеше[5]) — Огайо штатындағы ҡала, Росс округының административ үҙәге. Штаттың көньяғында Сайото йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡаланың исеме индеецтар телендә шони Chalahgawtha һүҙенән килеп сыҡҡан, ул «төп ҡасаба» тигәнде аңлата. Чилликоти ҡалаһы Огайо штатының беренсе һәм өсөнсө баш ҡалаһы була.

Тарихы

undefined

Борон Чилликоти урынында Хоупвелл традициялары үҙәге — эраға тиклем 200 — 500 йылдар осоронда индеецтар ҡәбиләһенең мәҙәни һәм социаль бәйләнештәренең киң селтәре булған. Хоупвелл сауҙа селтәрҙәре Ҡаялы тауҙарға тиклем еткән, ә Сайото һәм Огайо йылғаларының үҙәндәрендә улар күп ҡурғандар төҙөгән. Һуңыраҡ был урындарға европалылар килгәнгә тиклем, бында шони ҡәбиләһе индеецтары күсеп килгән.

Күп европа ауылдары Америка революцияһынан һуң барлыҡҡа килгән. Виргиниянан һәм Кентуккинан мигранттар ер эҙләп Огайо йылғаһы буйлап көнбайышҡа киткән. Чилликоти ҡалаһы штат барлыҡҡа килгән мәлдән 1801 йылда һәм 1810 йылға тиклем Огайоның баш ҡалаһы була (ике йылға баш ҡала булып Зейнсвиил тора)[6]. 1812 йылда яңынан баш ҡала булып Чилликоти тора, әммә 1816 йылда ул халыҡ өсөн уңайлы урын булараҡ Колумбусҡа күсерелә[7].

Чилликотила мигранттар араһында ирекле афроамерикандар күп була, улар бында әүҙем община булдыра. Чилликоти Ер аҫты тимер юлының — ҡасаҡ ҡолдарҙы төньяҡ штаттарға ебәреү өсөн легаль һәм ярым легаль контакттарҙың селтәре пункты булып хеҙмәт иткән

Географияһы

undefined

Ҡала Аллегейн Көнбайыш яҫылығының экотөбәгендә урынлашҡан[8]. Ул Сайото һәм Пейнт-Крик йылғалары араһында, уларҙың ҡушылдығынан алыҫ түгел ерҙә ята.

АҠШ халыҡ иҫәбен алыу бюроһы мәғлүмәттәре буйынса ҡаланың дөйөм майҙаны 10,60 квадрат миль (27,45 кв. км) тәшкил итә, шуларҙың 10,43 квадрат миль (27,01 кв. км) ҡоро ер, ә 0,17 квадрат миль ( 0,44 кв.км) — һыу тәшкил итә[9].

Ҡала фермерлыҡ общиналары менән уратып алынған, Чилликоти халҡы был районды Алпалачи тауҙары итәге тип йөрөтә

Халҡы

2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы ҡала халҡы 21 796 кеше тәшкил иткән. 2007 йылда халыҡ иҫәбе 22 187 кешегә артҡан[10]. Росс округында иң ҙур ҡала булып тора.

Иҡтисады

Округта ҙур ҡала булараҡ, Чилликоти иҡтисади әүҙемлеге үҙәге булып тора. Сауҙа үҙәктәре, дауаханалар, төрмәләр һәм студент ҡаласыҡтары эш биреүселәрҙең береһенә әйләндерә. Был районда иң эре эш биреүсе булып Pixelle ҡағыҙ фабрикаһы тора, ул 100 йылдан ашыу эшләй. Ҡайһы берҙә фабрика зарарлы еҫ сығара, уны халыҡ «аҡса еҫе» тип атай.[11][12]

Ҡала халҡының әҙ булыуға ҡарамаҫтан, унда холоҡ төҙәтеү учреждениеһы — Чилликоти төрмәһе Чилликоть (1966) һәм Росс округы төрмәһе урынлашҡан (1987).

Иҫтәлекле урындары

undefined

Ҡала эргәһендә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән Хоупвелл Милли тарихи мәҙәниәт паркы урынлашҡан[13].

Ҡала Йоктанга паркы Огайо көньяғының телдән хикәйәләү фестивален үткәреү буйынса майҙансыҡ булып тора [14]. Шулай уҡ паркта насос станцияһы бинаһы урынлашҡан, ул 1882 йылда төҙөлгән, хәҙер унда музей урынлашҡан.

Был ҙур булмаған ҡалала АҠШ-тың тарихи урындарының Милли ресстрына индерелгән күп һанлы тарихи йорттар бар. Улар араһында Адендың айырым йорто, Мэри Уортингтон Макоб йорто, Оак-Хилл, Джордж Реник йорто, Чарльз Сэйп йорто, Танглвуд, Джон Вантеметр йорто, Энтони һәм Сьюзен Уолктар йорто бар[15].

Спорты

Ҡалала Чилликонти Пэйнтс бейсбол клубы урынлашҡан, уның үҙ стадион булып В. А. Мемориэл Стэдиум тора. Майҙанда шулай уҡ софтбол һәм футбол буйынса ярыштар һәм спортҡа ҡағылышы булмаған саралар үтә[16].

Туғандаш ҡалалары

Чилликоти ҡалаһы бер нисә туғандаш ҡала менән хеҙмәттәшлек итә:

Иҫкәрмәләр

  1. United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
  2. 1 2 United States. Bureau of the Census 2010 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2010.
  3. 2016–2020 American Community Survey / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
  4. 2016–2020 American Community Survey / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
  5. A Pronunciation Guide to Places in Ohio. E.W.Scripps School of Journalism. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2014. 2017 йылдың 25 июль көнөндә архивланған.
  6. tfd. Zanesville definition of Zanesville in the Free Online Encyclopedia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2007.
  7. tfd. Chillicothe definition of Chillicothe in the Free Online Encyclopedia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2007.
  8. Level III Ecoregions of Ohio. National Health and Environmental Effects Research Laboratory. U.S. Environmental Protection Agency. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 сентябрь 2013. 2014 йылдың 12 июль көнөндә архивланған.
  9. US Gazetteer files 2010. United States Census Bureau. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ғинуар 2013. Архивировано 24 ғинуар 2012 года.
  10. Annual Estimates of the Population for Incorporated Places in Ohio, Listed Alphabetically: April 1, 2000 to July 1, 2007. U.S. Census Bureau. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2008.
  11. North smell cause Paper problems mill travel to Gazette Chillicothe, 10/31/2014
  12. No longer 'Mayberry': fights city of an Ohio epidemic мизантроп A small-destruction Achenbach, Joel, The Washington Post 12/29/2016
  13. «U. S. World Heritage New Secretary Kempthorne Tentative Selects List» 2011 йылдың 21 июль көнөндә архивланған., Dept. interior of (posted by Octagonmoonrise), 22 Jan 2008, accessed 2008 dec 5
  14. Allen, C. Gertrude "Chillicothe City of the History of Parks, Ohio." The Office and parks Recreation Chillicothe
  15. National and of Records Historic Program Register Historic Landmarks Places National: Ohio
  16. Chillicothe Paints Official Website:Stadium Information. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2009. 2009 йылдың 16 май көнөндә архивланған.
  17. Международная ассоциация «Породнённые города». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 1 июнь 2016 года. 2016 йылдың 1 июнь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

Категориялар