Шаар Эржебет

Эржебет Шаар (мадьярса  Schaár Erzsébet; 29 июль 1905 йыл — 29 август 1975 йыл) — Венгрия скульпторы, Михай Мункачи премияһы лауреаты (1962), Венгрия Халыҡ Республикаһының атҡаҙанған скульпторы (1972).

Биографияһы

Эржебет Шаар 1905 йылдың 29 июлендә Будафокта тыуа. Оҫта Жигмонд Кишфалудить-Штроблдә белем ала. Иң яҡшы йәш рәссам булараҡ, «Синей» (1932) премияһына лайыҡ була. Тап шул йылда үҙенең шәхси күргәҙмәһен ойоштора һәм белгестәрҙең иғтибарын йәлеп итә. 1935 йылда скульптор Тибор Вильтҡа кейәүгә сыға. Ҡатын-ҡыҙ фигуралары, мөхәббәтла пар һәм һәләк булған һалдаттар скульптуралары авторы. Тәбиғи ҙурлыҡтарғы скульптура эшләү өсөн еңел полистирол ҡуллана, ул еңел ҡырҡыла. 1970 йылда Будапешттың «Мючарнок» залында күргәҙмәһен үткәрә, ике йылдан һуң Антверпенда һәм Женевала күргәҙмәләре үтә. 1977 йылда, Шаар вафат булғандан һуң, күргәҙмәһе Дуйсбургта Вильгельм Лембрук музейында үтә. Авторҙары билдәле скульптуралары Будапештта, Кечкеметта, Мишкольцта, Печта, Тиханда һәм башҡа ҡалаларҙа һаҡлана. Әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшө — Изге король Иштван исемендәге музейҙа.

Иҫкәрмәләр

  1. Web umenia (словак.)
  2. RKDartists (нидерл.)
  3. Union List of Artist Names (ингл.)
  4. Erzebet Schaar // RKDartists (нидерл.)
  5. Erzsebet or Elisabeth Schaar // Benezit Dictionary of Artists (ингл.)OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
  6. https://rkd.nl/explore/artists/319445
  7. Erzebet Schaar (нидерл.)

Һылтанмалар