Шабанов Василий Прокофьевич
Шабанов Василий Прокофьевич (24 март 1905 йыл — 20 ғинуар 1963 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, полковник. Совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
Василий Прокофьевич Шабанов 1905 йылдың 24 мартында Рәсәй империяһының Киев губернаһы Черкассы өйәҙе Хәҙер Украинаның Черкассы өлкәһе Ҡарабай районы Бөйөк Буромка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Житомир һәм Киев өлкәләрендә агроном булып эшләй.
Киев ҡалаһында совет-партия мәктәбен, «Выстрел» курсын тамамлаған. 1924 йылдан ВКП (б) ағзаһы.
Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында саҡырыу буйынса 1927—1930 йылдарҙа хеҙмәт итә, артабан 1936 йылдан —даими хәрби хеҙмәттә, уны Башҡорт АССР-ы территорияһында үтә.
1941 йылдың 22 июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 60-сы армияның 121-се уҡсылар дивизияһы составындағы командиры подполковник В. П. Шабанов булған 383-сө уҡсылар полкы 1943 йылдың 31 авгусында Сейм йылғаһын аша сыға һәм дошман оборонаһын тар-мар итә һәм Курск өлкәһендәге Рыльскиҙы азат итеүҙә ҡатнаша.
1943 йылдың 21 сентябрендә полк Сваромье ауылы янында Десна йылғаһын, һуңынан Киев өлкәһенең Вышгород районы Глебовка ауылы янында Днепр йылғаһын аша сыға. Икенсе ярҙа егерме көн дауамында полк плацдармды һаҡлап ҡалыу һәм киңәйтеү буйынса һуғыштар алып бара, дошмандың контратакаларын уңышлы кире ҡаға.
Полк менән оҫта етәкселек иткәне, командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 17 октябрендәге Указы менән подполковник Василий Прокофьевич Шабановҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, уға Ленин ордены һәм 1099-сы Алтын Йондоҙ миҙалы тапшырыла.
1946 йылда полковник В. П. Шабанов запасҡа сыға, Харьковта, Волынск өлкәһенең Рокини ауылында һәм Хабаровск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
1963 йылдың 20 ғинуарында Хабаровскиҙа вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
• Шабанов Василий Прокофьевич. «Герои страны» сайты.
• Биография В. П. Шабанова на сайте «az-libr.ru».
•
Башкирская энциклопедия.