Шакирйәнов Мәғәнәүи Шакирйән улы

Шәкирйәнов Мәғәнүи Шәкирйән улы (5 сентябрь 1930 йыл) — үҫемлекселек белгесе. 1954—1991 йылдарҙа Дүртөйлө районы хужалыҡтары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1960 йылдан «Әсән», 1965 йылдан — «Уңыш» колхозының комплекслы бригада етәксеһе. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1986). Октябрь Революцияһы (1979) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Шәкирйәнов Мәғәнәүи Шәкирйән улы 1930 йылдың 5 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Ҡораласыҡ ауылында тыуған.

1954 йылдан 1991 йылға тиклем Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы «Әсән» колхозында комплекслы бригада бригадиры, 1965 йылдана «Уңыш» колхозы бригадиры булып эшләй.

Үҫемселек һәм малсылыҡта өлгәшкән юғары күрһәткестәре өсөн (1986 йылда 43 иген культуралары уңышы 43 ц/ га, һыйырҙан уртаса 5,5 мең кг. һөт һауып ала) СССР Дәүләт премияһы менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре