Кучуков Шамил Шакир улы

Шамил Шакир улы Кучуков (рус. Кучуков Шамиль Шакирович1973 йылдың 14 марты, Түләбай, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй радиотележурналисы.

Биографияһы

Ш. Ш. Кучуков 1973 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районының Түләбай ауылында тыуған.

Үҙҙәрендәге урта мәктәпте тамамлағас, 1990—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында журналист һөнәрен үҙләштерә. БДУ-ла уҡыған сағында уҡ «Башҡортостан» радиоһының яңылыҡтар бүлегендә эшләй башлай. Аҙаҡ «Даирә», «Саҡматаш» тапшырыуҙарының алып барыусыһы була. Телевидениела 2000 йылда эшләй башлай. Тәүҙәрәк «Үҙ еремдә», «Араларҙы яҡынайтып», «Сатраш» программаларын алып бара.

Шамил Шакир улы — 3 бала атаһы, популяр телевизион алып барыусы. Тапшырыуҙарҙа уҡ үҙенең принципиаллеген күрһәткән журналист, оҫта креатив етәксе. Уның етәкселегендә БСТ телеканалында сыҡҡан «Телеүҙәк», «Йәнле ауыл», «Арыҫлан» кеүек проекттар халыҡ күңелен яуланы. «Сатраш», «Ҡайтайым ауылыма», «Наши годы», «Үткән ғүмер» проекттары авторы. «Ҡайтайым ауылыма» программаһы менән Башҡортостанда, Ырымбурҙа, Силәбе өлкәһендә йөҙгә яҡын ауылды урап сығып, ҙур танылыу яуланы. Уның тапшырыуҙары һәр саҡ халыҡ мәнфәғәте яҡланып эшләнә. Ҡыйыу һүҙ оҫтаһы. Спорт менән мауыға[1].

Ш. Ш. Кучуков 2017 йылдың 17 июненән шәхси эшҡыуар.

Наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлыҡының почёт грамотаһы (2005)[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Шамил Кучуков: "Беҙҙең юлдар һәр саҡ ауылға илтә" (башҡ.). Башҡортостан гәзите (21 ғиеуар 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.
  2. Журналисты, пишущие на сельхозтемы, награждены Почетными грамотами Министерства сельского хозяйства России (2 декабрь 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2026.