Шанюшкина Чимита Григорьевна
Шанюшкин Чимита Григорьевна (17 февраль 1927 йыл — 18 февраль 2005 йыл) — СССР бүрәт опера һәм эстрада йырсыһы (сопрано), РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1978).
Биографияһы
Чимита Григорьевна Шанюшкина 1927 йылдың 27 февралендә Бүрәт АССР-ының Курумкан ауылында билдәле бүрәт нәҫеле Шанюшкиндар[1] ғаиләһендә тыуа. Курумкан урта мәктәбе уҡый. Уҡытыусы булып эшләй.
1950 йылда Свердловск ҡалаһында Урал консерваторияһын тамамлай (З.В. Щелокованың йыр класы)
1950—1955 йылдарҙа Бүрәт опера һәм балет театрында солист булып эшләй.
1955—1997 йылдарҙа — «Байкал» Бүрәт дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле солисы. Уның репертуарында украин, грузин, әзербайжан, ҡаҙаҡ, яҡут, башҡорт, татар, тажик һәм монгол йырҙары бик күп. Уның өсөн махсус яҙылған Бадма Балдаковтың «Һөйгәнемә» йырының беренсе башҡарыуһы була. Сит илдәргә гастролдәргә йөрөй. Күп кенән йәш йырсыларҙың остазы була, улар араһында Д.Дашиев, Л Галсанова, Д. Пурбуева, Х. Аюржанаева, Г Маланова, В. Шагжиев, Б. Раднаева бар. Телевидение һәм радиола музыканттар тураһында тапшырыуҙар һәм мәҡәләләр авторы. 1949 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
2005 йылдың 18 февралендә вафат була[2]. Улан-Удэ ҡалаһының Үҙәк зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (7.08.1967).
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (11.10.1978).
- «Почёт Билдәһе» ордены (24.12.1959).
- Миҙалдар.
- Бүрәт, Яҡут һәм Ҡалмыҡ АССР-ҙары Юғары Советы Президиумдарының Почет грамоталары,
- Бүрәт Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты.
- Монголияның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).
Опера һәм оперетталарҙа партиялары.
- «Саян итәгендә». С. Ряузов — Мэдэгмаша
- «Башмачки», Дж. Фәйзи — Сарвар
- «Кето һәм Котэ», В. Долидзе — Кето
- «Батша кәләше» Н. Римский-Корсаков — Марфа
- «Пиковая дама» П И. Чайковский — Прилепа
- «Йәш гвардия» Ю. Мейтус — Любовь Шевцова
- «Чио-Чио-сан», Дж. Пуччини
- «Аршин мал алан» Уз. Гаджибеков
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шанюшкина Чимита. soyol.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2018.
- К 90-летию Народной артистки России Чимиты Шанюшкиной откроется выставка «Призвание петь». Информационное агентство БМК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2018. 2018 йылдың 1 март көнөндә архивланған.
- Конкурс юных музыкантов «Мунгэн хонхо», посвящённый 90-летию Чимиты Шанюшкиной. Курумкан Инфо. Курумканский район сегодня. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2018.(недоступная ссылка)
- В филармонии состоялся концерт памяти Чимиты Шанюшкиной «Соловушка с Байкала». Бурятская государственная филармония. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2018.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |