Шарташ (күл)

Шарташ — Екатеринбург ҡалаһының төньяҡ-көнсығыш ситендә, Киров районында урынлашҡан тымыҡ күл, элек Иҫәт[2] йылғаһы бассейнына ҡараған.

Этимологияһы

Ғалим А. К. Матвеев үҙенең һүҙлектәрендә был һүҙҙең мәғәнәһен: «...атама, бәлки, башҡорт телендәге шар — «һаҙлыҡ» (шулай уҡ ул самодий теленән килгән Сор һүҙенең рефлексы булып тора) һүҙе менән бәйлелер» тип аңлата.[3]

Һыу ятҡылығы атамаһы самодий сығышлы — Сор-То, йәғни «ҡылымыҡлы күл» тигән фараз бар. Һуңыраҡ төрки телдәрҙә (башҡорттар һәм татарҙар), яр буйы ҡаялары төҫөнән сығып, ике төрки һүҙ тамырын: сары — «һары», таш — таш ҡушыу кеүек тип аңлағандар. Тағы ике вариант әйтелә: «һары таш», «шор таш» (урындағы диалект, «шар таш» — һаҙ ташы[4][5].

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын һәм ер-һыу атамаларын өйрәнгән Силәбе топонимисы Шувалов, Шарташ тип алмаһа ла, Шарлаш топонимындағы шар тамырын былай аңлата[6]: