Шаян бесәй (әкиәт)
Шаян бесәй (рус. Кот-озорник) — башҡорт халыҡ әкиәте. «Башҡорт халыҡ ижады» серияһының 2009 йылда сыҡҡан XIII — хайуандар тураһында әкиәттәр томына ингән[1]. Әкиәт рус теленә тәржемә ителгән[2]
Сюжеты
Ҡарт менән ҡарсыҡтың шаян бесәйе була. Ҡарсыҡ үлеп киткәс, уны ҡараусы булмай. Ул күршеләрҙең һөт-ҡаймағын урлай башлай һәм хужаларҙан тотола. Улар асыуланып, ҡартҡа бесәйҙе теләһә ҡайҙа алып барып ташларға ҡуша. Бабай уны урманда ҡалдырып ҡайта. Урманда яңғыҙы ҡурҡҡан бесәйгә, тирә-яғына ҡаранып китеп барғанда, ҡуян осрай, һәм бесәйҙең ҡайҙа китеп барғанлығын белешә. Бесәй уға урмандағы барлыҡ йәнлектәрҙе ашарға китеп барыуын белдерә. Ҡото осҡан ҡуян йән-фарман ҡаса һәм уға төлкө осрай. Ул ҡуяндан нимәнән ҡурҡып ҡасып барғанын һораша. Ҡуян хәлде аңлатып бирә. Төлкө лә шөрләй һәм улар икәүләп ҡаса. Шунан уларға бүре осрай, ул да ҡуян менән төлкөгә ҡушыла. Айыу осрап, ул да ҡаса. Хәлдәре бөтөп ял итергә ултырғас, ит бешереп, бесәйҙе ҡунаҡҡа саҡырырға кәрәк, тигән фекергә киләләр. Ҡуян саҡырыуға китә, әммә бесәйҙең янып торған күҙҙәрен күреп, һүҙен дә әйтеп бөтә алмай, йөрәге ярылып үлә. Ит бешереп ҡалған хайуандар, ҡуян оҙаҡлағас, моғайын уны бесәй тотоп ашағандыр, тип, ҡайһы ҡайҙа йәшенеп бөтә. Бесәй тәмле ит еҫен һиҙеп, үҙе улар эргәһенә килеп етә һәм ҡаҙанда бешкән итте алып, ашай башлай. Ҡарт ит, бешеп етмәгәнлектән, ҡаты була, бесәй уны айыра алмай мыраулай-мыраулай ашай. Быны ишетеп торған төлкө, нығыраҡ йәшеренергә була ҡыбырлаһа, өҫтөндә ятҡан сытырҙар шытырлай һәм бесәй, моғайын унда сысҡан барҙыр, тип, сытыр өйөмөнә ырғый. Төлкө ҡурҡышынан сытыр аҫтынан сығып ҡаса, ҡото алынған бесәй икенсе яҡҡа ырғый һәм бүре эргәһенә барып төшә. Ҡото алынған бүре, соҡорҙан сығып һыҙа, үҙе ҡурҡҡан бесәй, тиҙ генә айыу ултырған ағасҡа үрмәләй. Бесәйҙе күреп, айыу ергә ҡолай. Ҡото алынған бесәй ергә төшөргә ҡурҡып ағас башында өс көн, өс төн ултыра. Һуңынан ғына урман ҡыҙырып йөрөй башлай[1].
Хәҙерге ваҡыттағы ҡулланылышы
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы һәр йыл мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсын үткәрә. Ҡыҫҡа һәм сюжеты ҡабатланғанлыҡтан, «Шаян бесәй» әкиәтен балалар еңел ятлай йәиһә күмәкләп ролдәрҙе бүлеп алып сәхнәләштерә һәм конкурста ҡатнаша[3].
Балалар өсөн сығарылған «Аҡбуҙат» журналында әкиәттең ҡыҫҡартылған, бер аҙ үҙгәртелгән варианты бирелә[4].
2023 йылда «Китап» Башҡортостан китап нәшриәте әкиәттең мультимедиа (рус.)баш. версияһын сығара. Китапҡа мобиль уйын ҡушыла: әгәр кеҫә телефоны экранын һуңғы биттәге QR-кодҡа яҡын килтерһәң, сайтҡа күсеп, әкиәт тарихын дауам итергә, бесәйҙең урманда башҡа хайуандарҙы осратыуы менән танышырға була[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башҡорт халыҡ ижады. Хайуандар тураһында әкиәттәр. docs.360.yandex.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
- ↑ Кот-озорник. planetaskazok.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
- ↑ Һаумы, һаумы, әкиәт! (өлкәндәр төркөмө). zisluld.obr.site. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
- ↑ Шаян бесәй. Башҡорт халыҡ әкиәте. akbuzat-rb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.
- ↑ Башкирия начинается с детства: чем удивил первый фестиваль игр. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2026.