Шаһапова Руфина Алик ҡыҙы
Шаһапова Руфина Алик ҡыҙы (22 март 1975 йыл) — юридик фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Башҡортостан Республикаһының 5—7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013 йылдан)[1].
Биографияһы
Руфина Алик ҡыҙы Шаһапова 1975 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ы Миәкә районының Мәнәүезтамаҡ ауылында тыуа. Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында ала. Хеҙмәт юлын 1992 йылда тыуған районының Сатый урта мәктәбендә оҙайтылған көн төркөмө тәбиәсеһе булып башлай, һуңынан рус теле уҡытыусыһы була.
Икенсе юғары белемде Өфө дәүләт нефть техник университетында ала. Юридик фәндәр кандидаты[2].
1993—2017 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының енәйәт хоҡуғы һәм процесы кафедраһы лаборанты, гражданлыҡ хоҡуғы һәм процессы кафедраһы ассистенты, граждан процессы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы булып эшләй. 2023 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты Хоҡуҡ институтының экологик һәм хеҙмәт хоҡуғы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 5-6-сы саҡырылыш депутаты, Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары була.
2023 йылда парламентҡа 7-се саҡырылыш депутаты итеп һайлана[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
1998 йылдан — БДУ-ның Хоҡуҡ институты ҡарамағындағы «Аҙ килемле ғаиләләргә ярҙам юридик клиникаһы» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе.
«Йәшелдәр» Рәсәй экологик партияһы рәйесе урынбаҫары, Үҙәк совет ағзаһы, Волга буйы федераль округы буйынса координатор, партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе советы рәйесе.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Экологик хәүефһеҙлек һәм тәбиғи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса Йәмәғәт советы ағзаһы[1][3].
Ғаиләһе
Ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә индергән айырым өлөшө өсөн» почёт билдәһе
• «Рәсәй юристары ассоциацияһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһенең «Йыл юрисы» юғары юридик премияһы («Юридик мәғрифәтселек» номинацияһы)[1].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шагапова Руфина Аликовна
- Парламентксий портал. Шагапова Руфина Аликовна
- Вести-Башкортостан. Интервью Депутат Госсобрания Башкирии: «С законом о безнадзорных животных мы опоздали на 20 лет»
- «Химпром» — бомба замедленного действия для Уфы" — депутат Руфина Шагапова
- Руфина Шагапова о поправках в Конституцию: «Это даст импульс патриотическим чувствам граждан»