Шиҙе (Егән ҡушылдығы)
Шиҙе — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Егән йылғаһының һул ярына тамағынан 47 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 16 км. Һыу бассейны майҙаны 78,4 км².
Йылға Ишембай районының Ҡыҙыл-Октябрь ауылынан алыҫ түгел баш ала. Ҡыҙыл Октябрь ауылынан һуң Зилан-Егән тигән тәбиғи ыҙан ситенән аға. Йылға менән ыҙан араһында урындағы юл үтә. Йылға Петровский — Көҙән юлын киҫеп үтә. Көҙән ауылынан аҡҡан Шишмә йылғаһы ҡушыла. Саҡ ҡына түбәндәрәк «Шишмә» колхозы (хәҙер СХК «КЛХ ШИШМӘ») өсөн быуылған[2].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Охлебино һыу үлсәү посына тиклем, Эҫем йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[3].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[3]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200712111100018555
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101855
- Бассейн коды — 10.01.02.007
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ ПОСТАНОВЛЕНИЕ Совета Министров Башкирской АССР от 03.07.1989 № 134 «О ВОДООХРАННЫХ ЗОНАХ (ПОЛОСАХ) РЕК, ОЗЕР, ВОДОХРАНИЛИЩ И ДРУГИХ ВОДНЫХ ОБЪЕКТОВ В БАШКИРСКОЙ АССР» (вместе … Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 14 декабрь 2013 года. 2013 йылдың 14 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 РФ һыу реестры: Шиҙе.
Һылтанмалар
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ