Шәгәбыуа (тау)

Шәгәбыуа (рус. Шагибуа) — Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Рәүҙәк һәм Кесе Рәүҙәк араһында ята.

Тасүирлама

Тауҙың иң бейек нөктәһе- 574 м. Битләүҙәре һөҙәк. Йәнәшәһендә ятҡан Божор тауы менән Шәгәбыуа тауҙары араһында— тәрән йырын. Тау тоҡомо ҡомташтар, аргиллиттар һәм венд ҡатнашмаларынан тора.

Шәгәбыуала Шәгә йылғаһы (Кесе Рәүҙәк ҡушылдығы) баш ала.

«Шәгәбыуа» атамаһының килеп сығышы «Шәгә» йылғаһы исеменә бәйле. Уның килеп сығышына бәйле бер нисә фараз бар. Шуларҙың береһе — «Шәгә» тигән кеше исеме менән бәйле. Хәҙерге ҡаҙаҡ телендә «шеге» ҡаҙаҡ тигәнде аңлата. Тимер ҡаҙаҡ кеүек ныҡлы булһын тип малайҙарға ошо исемде ҡушҡандар. Икенсе өлөшө «быуа» (рус. пруд, запруда) һүҙенән.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.