Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы

Фәнүр Рәфис улы Шәйхисламов (рус.  Фанур Рафисович Шайхисламов; 1980 йылдың 14 ноябре, Айып, Башҡорт АССР-ы) — юрист, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2026 йылдың 16 мартынан Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары, министр вазифаһын башҡарыусы вазифаһын башҡарыусы. 2020-—2026 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы хакимиәте башлығы.

Биографияһы

Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы 1980 йылдың 14 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Айып ауылында тыуған.

Урындағы мәктәптә, артабан Өфөләге хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһында уҡый.

2003 йылда Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлы

20032005 йылдарҙа «Толпар» Башҡорт йәмәғәт фондында юрист-консультант булып хеҙмәт юлын башлай.

20052006 йылдарҙа — «Кинг» ЯСЙ-е юрисы; «Студия Vista Vision» ЯСЙ-е юрисы (ике эште тап килтереп); «Килич Текстиль» ЯСЙ-е директоры урынбаҫары.

2006 йылдан башлап дәүләт хеҙмәтендә.

20062007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы юридик секторының әйҙәүсе белгесе.

20072009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисад бәйләнеше, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығының хоҡуҡи эш бүлегенең баш белгес-эксперты, хоҡуҡи эш бүлегенеңйҙәүсе белгес-эксперты.

20092010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса Дәүләт комитетының финанс ярҙам бүлеге начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй.

20102011 — Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль казначейство идаралығы юридик бүлегенең баш белгес-эксперты.

20112016 — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Контроль-аналитик идаралығы аналитик бүлегенең баш консультанты, мониторинг бүлегенең баш консультанты; Башҡортостан Республикаһы Башлығының Эксперт-контроль идаралығының контроль саралар бүлеге мөдире, контроль саралар бүлеге мөдиренең урынбаҫары.

2016 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары вазифаһында[1].

2020 йылдың 22 сентябрендә Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнде. Ҡарар муниципалитет ултырышында ҡабул ителде. Йыйылышта Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь министры Борис Беляев һәм Башҡортостан Башлығының муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса идаралығы начальнигы Юрий Коземаслов ҡатнашты[2].

2026 йылдың 12 мартында Тәтешле район советы ултырышында Фәнүр Шәйхисламов район хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров уның Мәғариф министрлығына етәксе вазифаға күсерелеүе тураһында белдерҙе[3]. 2026 йылдың 16 мартындағы оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы Фәнүр Шәйхисламовтың мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе һәм уның министр вазифаларын башҡарасағын хәбәр итте[4].

Ғаиләһе

Өйләнгән, өс бала тәрбиәләй[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. https://globalufa.ru/person/id/82 Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы
  2. https://www.ufa.kp.ru/online/news/4022826/ КП Бывший заместитель министра труда возглавил башкирский район
  3. Глава Татышлинского района Башкирии займется министерством культуры. ИА «Башинформ» (12 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 март 2026. (рус.)
  4. Ляйсан Закирова. Глава Башкирии прокомментировал кадровые назначения в минкульте. ИА «Башинформ» (16 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2026. (рус.)
  5. https://tatyshlinski.bashkortostan.ru/about/structure/0/worker/6246/?filter_p_type=current&nav-projects=page-1 2021 йылдың 28 сентябрь көнөндә архивланған.