Шәйхисламов Ҡадир Абрар улы

Шәйхисламов Ҡадир Абрарович (18 ноябрь 1928 йыл) — Ҡарабаш еҙ-мәғдән комбинатының «Үҙәк» шахтаһының ҡаҙып үтеүселәр бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961).

Биографияһы

1928 йылда Башҡорт АССР-ының Уразай ауылында тыуа.

1948 йылда Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡалаһында 24-се һөнәрселек училищеһын тамамлай һәм «Үҙәк» шахтаһына эшкә ебәрелә. 1949 йылда комсомол-йәштәр бригадаһы бригадиры итеп тәғәйенләнә. Улар шахтала беренсе булып бер нисә забойҙа эшләү ысулын ҡуллана һәм тиҙ эшләүсе телескоп перфораторҙарын үҙләштерә. 1951 йылдарҙа Свердловск институтында оҫталар курсында уҡығандан һуң, алмаш мастер итеп тәғәйенләнә. 1957 йылда забойға бригадир булып ҡайта. 1958 йылда шахтала беренсе тапҡыр скважиналарҙы тәрәндә шартлатып, мәғдәнде туплау системаһын ҡуллана. Был бригадаға хеҙмәт етештереүсәнлеген 47 процентҡа арттырыуға булышлыҡ итә (1959 йылда бригадаға «Коммунистик хеҙмәт бригадаһы») исеме бирелә.

19641984 йылдарҙа Шәйхисламов таяу һуғыусы булып эшләй. Шахта профсоюз комитеты ағзаһы, Ҡарабаш ҡала судына халыҡ заседателе, ҡала Советы депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961).
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (1961);
  • Ленин ордены (1961);
  • «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы (1954);
  • «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы (1955);
  • «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл» миҙалы (1970);
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарман хеҙмәте өсөн» миҙалы (1945);
  • СССР Төҫлө металлургия министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (1958);
  • Ҡарабаш ҡалаһының почетлы гражданы (1977);
  • РСФСР-ҙың почетлы таусыһы (1965).

Һылтанмалар