Шәйҙуллин Айҙар Мирсәйет улы

Шәйҙуллин Айҙар Мирсәйет улы (21 ғинуар 1977 йыл) — «Кремль балеты» театры премьеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006)[1].

Биографияһы

Айҙар Мирсәйет улы Шәйҙуллин 1977 йылдың 21 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған.

1995 йылда Рудольф Нуриев исемендәге Өфө дәүләт хореография училищеһын (педагогы Тереғолов Шамил Әхмәт улы) тик яҡшы билдәләренә генә тамамлай. 2005 йылда Мәскәүҙә Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын тамамлай.

Колледж уҡыусыһы булараҡ, 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә бейей, 1995 йылдан — театрҙың балет солисы.

1996 йылдың сентябренән 1997 йылдың авгусына тиклем — И. Глинка исемендәге Силәбе опера һәм балет театрының балет солисы.

1997 йылдың авгусында «Кремль балеты» театрына саҡырыла. Педагог-репетиторы — Владимир Кошелев.

А. Шәйҙуллин романтик принцтар, нәзәкәтле аристократтар, ҡыйыу персонаждар һәм хатта көлкөлө геройҙар ролен оҫта башҡара. Ышаныслы, һомғол кәүҙәле оҫта бейеүсе үзенең пластик индивидуаллеге, искиткеч һикерүе һәм академиклығы менән һоҡландыра.

Сәхнәлә ролдәре

Зигфрид («Лебединое озеро»)

Дроссельмейер, Принц-Щелкунчик («Щелкунчик»)

Базиль («Дон Кихот»)

Наполеон («Наполеон Бонапарт»)

Ратмир («Руслан и Людмила»)

Курбский («Иван Грозный»)

Ромео, Тибальд («Ромео и Джульетта»)

Мәҡсүд («Тысяча и одна ночь»)

Дезире («Спящая красавица»)

Альберт («Жизель»)

Феб («Эсмеральда»)

Конрад («Корсар»)

Мизгирь («Снегурочка»)

Граф Альмавива («Фигаро»)

Продюсеры

2000—2005 йылдарҙа Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһында юғары юридик белем ала. 2009 йылдың апреленән бөгөнгө көнгә тиклем — «Глобэкс промоушен» компанияһының генераль директоры[2]. Продюсер эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә, Рәсәй һәм сит ил коллективтарының концерт һәм гастролдәр турын ойоштора. Уның етәкселегендә Globex Promotion продюсерлыҡ компанияһы данлыҡлы Нуреев фестивален ойоштороуҙа ҡатнаша, уның спектаклдәрендә һәм гала-концерттарында донъя йондоҙҙарының сығышын тәьмин итә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006)
  • «Милли байлыҡ» премияһы лауреаты
  • «Ижади коллективтарының үҫешенә өлөш индергән өсөн» Рәсәй Федерацияһы Президенты эштәре идаралығының рәхмәт хаты

Һылтанмалар

Шәйҙуллин Айҙар Мирсәйет улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2022)
Фотоһы һәм ҡыҫҡаса биографияһы
2020 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған.  (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2011)
Театры сайты фотоһы һәм ҡыҫҡаса биографияһы «Кремль балеты»  (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2011)
Айдар Шайдуллин: «Кто не падает, тот не танцует!». ИА «Башинформ», 19 ноября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2024)