Дилмөхәмәтова Шәүрә Ишмулла ҡыҙы

Шәүрә Ишмулла ҡыҙы Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина (Шәүрә Дилмөхәмәтова; рус. Шаура Ишмулловна Дильмухаметова-Ахмадуллина; 1961 йылдың 23 сентябре, Өфө) — совет, Рәсәй театр һәм кино актёры. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996); Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1991). 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

Биографияһы

1961 йылдың 23 сентябрендә Өфөлә тыуған.

1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Р. Исрафилов) тамамлай.

Институтты тамамлағандан һуң, 1983 йылдан 1989 йылға тиклем һәм 1990—1994 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй[1].

1989—1990 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә сығыш яһай. 1994—2002 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында эшләй.

2002 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы[2].

Ролдәре

Спектаклдәрҙә
  • Зөбәржәт — «Ай тотолған төндә», М. Кәрим;
  • Әлфинур — «Хушығыҙ, хыялдарым!», Ә. Атнабаев;
  • Ирина — «Апалы-һеңлеле өсәү», А. Чехов;
  • Ләлә — «Аҫылйәр», М. Фәйзи;
  • Анна — «Ричард III», У. Шекспир;
  • Сәрби — «Һижрәт», Н. Иҫәнбәт;
  • Шифабикә — «Тиле йәшлек», И. Абдуллин;
  • Туяна — «Шамбала»;
  • Клара — «Мәмерйә», Ғ. Шафиҡов;
  • Варька — «Бесталанная», Карпенко-Карый;
  • Фәйрүзә — «Айғырыңды үтескә бир!», Р. Кинйәбаев;
  • Хәҙисә — «Ҡыҙыл яулыҡлы тирәгем», С. Айтматов;
  • Кәфиә — «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», М. Кәрим;
  • Люси — «Әсәйем, хәбәр итәм!», Т. Москвина;
  • Сэнди — «Кәкүк ояһы», К. Кизи;
  • Шәрифә — «Хыялый», С. Әбүзәр;
  • Ефросинья Потаповна — «Бирнәһеҙ ҡыҙ», А. Островский;
  • Люся, Эва Шилкина, Регина, Ул — «Ҡатын-ҡыҙ тарихтары», Т. Москвина;
  • Марфуға — «Хыял диңгеҙе», Ф. Бүләков;
  • Вазыйфа — «Мин — ҡатын-ҡыҙ», Т. Миңнуллин;
  • Минзифа — «Ике төш», М. Бағаев;
  • Мысыр ҡатындары, 7-се — «Йософ һәм Зөләйха», Ҡ. Ғәли, Ю. Сафиуллина;
  • Фәниә — «Бабуська@тущка.ru», Р. Кинйәбаев;
  • Шамандар — «Нәркәс», И. Йомағолов;
  • Сәлимә апай — «Баллы, тирәкле Балтирәк», Ә. Ишбулдина;
  • Шаман — «Урал батыр», башҡорт халыҡ эпосы буйынса;
  • Ҡыҙ — «"Яратам" тип әйтеп өлгөрмәнем», Г. Ғизәтуллина[2][3][1].
Кинола
  • Айым — «Кинйә» (1988, «Баштелефильм»);
  • Йомабикә — «Һарығолаҡ» (1990; «Баштелефильм»);
  • «Төндә мөмкин» (2003).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Ғаиләһе

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Дильмухаметова-Ахмадуллина Шаура Ишмулловна. Башкирский государственный академический театр драмы им.М.Гафури. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
  2. 1 2 Дилмөхәмәтова Шәүрә Ишмулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Шаура Дильмухаметова. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
  4. О присвоении почетного звания "Народный артист Республики Башкортостан" Дильмухаметовой Ш.И. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
  5. В Уфе состоялась церемония вручения государственных наград деятелям культуры и искусства. bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.