Эске Монголия
Автоном район | |
Эске Монголия | |
---|---|
Монг.: ![]() Öbür Mongγul öbertegen jasaqu orun монг. Өвөр Монголын Өөртөө Засах Орон[1] ҡыт. ябайл. 内蒙古自治区, пиньин: Nèiménggǔ zìzhìqū | |
![]() | |
44° с. ш. 113° в. д.HGЯO | |
Ил | |
Адм. үҙәк | Хух-Хото[d] |
Губернатор | Ван Лися[d] |
Партком секретары | Сунь Шаочэн[d] |
Тарихы һәм географияһы | |
Ойошторолған | 1947 |
Майҙаны |
|
Сәғәт бүлкәте | UTC+8:00 |
Һанлы идентификаторһар | |
Аббревиатура | 内蒙, 內蒙古, 蒙 |
Код ISO 3166-2 | CN-NM |
|
|
Рәсми сайт (ҡыт.) Рәсми сайт (монг.) |
|
![]() |
|
![]() |
Эске Монголия (Монг.: , Öbür Monggol, монг. Өвөр Монгол; ҡыт. ябайл. 内蒙古自治区, пиньин: Nèiménggǔ zìzhìqū, палл.: Нэймэнгу цзычжицюй) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының төньяғында урынлашҡан автоном район, Монголия һәм Рәсәй менән сиктәш. 1949 йылдың 2 декабрендә ойошторолған. 2020 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса Эске Монголияла 24,049 миллион кеше йәшәй. Административ үҙәге - Хөх-хото ҡалаһы.
География
Эске Монголияның майҙаны 1 181 104 км². Был Ҡытай территорияһының 12%‐ын алып тора һәм майҙаны буйынса Башҡортостан Республикаһынан 8 тапҡыр ҙурыраҡ. Көнбайыштан көнсығышҡа 28°-ҡа һуҙылған (97°30' — 126°0' к. о.), һәм был күрһәткес буйынса был район административ-территориаль берәмектәр араһында донъяла икенсе урынды биләй, беренсе урында — Яҡутстан.
Һыу ресурстары
Төбәк һыуға бай, уның территорияһы аша 1000‐дән ашыу ҙур һәм бәләкәй йылғалар аға, шул иҫәптән Хуанхэ йылғаһы. Шулай уҡ 1000-дән ашыу ҙур һәм бәләкәй күлдәр бар. Дөйөм ер өҫтө һыуҙары - 67,1 млрд кубометр.
Файҙалы ҡаҙылдыҡтар
Төбәктә 120‐нән ашыу төр файҙалы ҡаҙылдыҡтар табылған. Эске Монголия күмер запастары буйынса илдә 2‐се урынды биләй. 2000‐се йылдар башында был төбәктә ҙур тәбиғи газ ятҡылыҡтары асылған. Шулай уҡ нефть, һирәк ер металдары һәм башҡа энергия ресурстарының ҙур запастары бар.