Гидрография
Оҙонлоғо — 3100 км, бассейн майҙаны — яҡынса 832 мең км². Тамағында һыу сығымы 6,5 мең м³/сек тәшкил итә. Кучин ҡәбиләһе телендә «Юкон» атамаһы «Ҙур йылға» тип аңлатыла.
Йылға Канаданың Юкон территорияһында, Марш күлендә башлана[1]. Артабан төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә Аляска сигенә табан аға. Юкон йылғаһы Алясканы ике өлөшкә бүлә. Маунтин-Виллидж янында дельта барлыҡҡа килтерә. Беринг диңгеҙенә ҡоя.[2].
Төп ҡушылдыҡтары: Танана, Пелли, Поркьюпайн, Коюкук, Теслин, Биг-Салмон, Литл-Салмон, Стьюарт, Клондайк, Кандик, Крисчен, Шандалар, Хадвинзик, Ходзана, Тозитна, Милозитна, Нулато, Анвик, Атчуилингук, Андреевская, Уайт-Ривер, Фортимайл, Чарли, Берч-Крик, Бивер-Крик, Йюки, Новитна, Инноко, Реиндир.
Май айынан алып сентябргә тиклем 3200 км аралыҡта суднолар йөрөй ала.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Topomapper - Topographic maps world-wide. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2013. Архивировано 30 ғинуар 2013 года.
- ↑ Юкон // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Әҙәбиәт
- Юкон // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
- Юкон (йылға) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ