Юламанов Әхиәр Мозафар улы

Юламанов Әхиәр Мозафар улы (15 декабрь 1929 йыл — 1978 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969).

Биографияһы

Әхиәр Мозафар улы Юламанов 1929 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Түбә ҡасабаһы тау эшсеһе ғаиләһендә тыуған.

1946 йылда Түбә урта мәктәбен тамамлай һәм уҡытыусы булып эшләй башлай.

1947 йылда Учалы районы Мулдаш башланғыс мәктәбендә эшләй. Темәс педагогия училищеһеның 2-се курсына уҡырға алына.1959 йылда училищены тамамлағас, Учалы районы Иманғол ете йыллыҡ мәктәбе директорының уҡытыу буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[1].

1952 йылда Бохара педагогия институтының химия-биология факультетына уҡырға инеп, уны 1956 йылда тамамлай һәм Баймаҡ районына ҡайта. Баймаҡ ҡалаһының 2-се урта мәктәбенә химия уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә.
1961 йылда мәктәп директорының хеҙмәткә өйрәтеү буйынса урынбаҫары итеп ҡуйыла. Был йылдарҙа ул үҙен ижади ҡарашлы педагог һәм етәксе итеп күрһәтә.

1966 йылда тыуған ауылы Түбә урта мәктәбе директоры итеп күсерелә. Талантлы педагог, уңған директор етәкселегендә мәктәптә уҡытыусылар менән методик эш алып барылыу, уҡытыуҙың кабинет системаһы индерелеү һөҙөмтәһендә тәүге уңыштар яулана. Уҡыусыларҙың өлгәше күтәрелә, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлеге күҙгә күренеп арта[1].

1968 йылдан Әхиәр Мозафар улы Юламанов Баймаҡ район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире.

1978 йылда вафат була, Баймаҡ ҡалаһында ерләнә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире үҙенең төп эше менән бер рәттән лектор, пропагандист вазифаларын үтәүгә лә ҙур иғтибар бирә, бер нисә тапҡыр ҡасаба, район Советтарына депутат итеп һайлана[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 206-сы б..

Һылтанмалар

  • К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 206-сы б..