Лужков Юрий Михайлович

Лужков Юрий Михайлович (21 сентябрь 1936 йыл10 декабрь 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1992—2010 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһы мэры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған химигы (1986), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1996). «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры (2016).

Биографияһы

Юрий Михаи́лович Лужков 1936 йылдың 21 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған.

1958 йылда хәҙерге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетын тамамлай.

Вафаты

Юрий Лужков 2019 йылдың 10 декабрендә йөрәгенә эшләнгән операциянан һуң, наркоздан сыға алмайынса, Мюнхен ҡалаһында, урындағы университет клиникаһында вафат булды[8][9][10][11]. Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында ерләнәсәк.

Категориялар