Яныбай Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы

Яныбай Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы — Белорет ҡалаһының муниципаль бюджет дѳйѳм белем биреү учреждениеһы. Ҡаланың иң абруйлы белем усаҡтарының береһе. Яныбай Хамматов исемендәге гимназияла даими рәүештә «Я. Хамматов көндәре» фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙа.

2017 йылдан «Урал батыр» эпосын Рәсәй Федерацияһы һәм донъя телдәрендә һөйләүселәрҙең онлайн-фестивале үткәрелә. Башҡорт гимназияһы ЮНЕСКО ассоциацияһы дуҫтары клубы исемлегенә ингән.

Тарихы

Мәктәп үҙ ишектәрен 1995 йылда аса.

2009 йылдың 12 июлендә 22-се Башҡорт гимназияһына Яныбай Хамматов исеме бирелә.

Музей

Мәктәп музейы 2003 йылда асыла.

Гимназия директорҙары

  • 19952000 йылдар — Рәхмәтуллин Рәмил Нафиҡ улы
  • 20002009 йылдар — Суфиянова Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы.
  • 2010 йылдан — Ғәлийәнова Зөлфиә Басыр ҡыҙы.

Билдәле уҡытыусылар

Билдәле уҡыусылар

  • Вәлиев Закир Марат улы — Томск опера театры йырсыһы
  • Фазлетдинова Гөлшат — еңел атлетика буйынса Рәсәй һәм Европа чемпионы.
  • Үтәғолова Нурия Сәғит ҡыҙы — Силәбе ҡалаһы башҡорт гәзитенең баш мөхәррире

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Вәлиуллина Ф. Башҡорт гимназияһы өй туйланы./Вәлиуллина Ф.//Урал.- 2002.- 10 октябрь. — 4-се бит

Һылтанмалар

Категориялар