Яр буйы урамы (Өфө)

Яр буйы урамы (рус. Улица Набережная реки Уфы) — Өфө ҡалаһының Октябрь районында, Һупайлы биҫтәһендәге урам[1].

Урам бөтә Һупайлы биҫтәһенең яры буйлап урынлашҡан. Тужиловка микрорайоны янында башланып, Өфө йылғаһында Лихачев ҡултығы[2] аша күпер янында тамамлана.

Тарихы

1978 йылда 150 меңгә тиклем кешегә иҫәпләнгән ҙур торлаҡ массивы төҙөлә башлай. Буласаҡ Һупайлы биҫтәһен һыу баҫыуҙан һәм ташҡындан һаҡлау өсөн яр буйында һаҡлаусы ҡоролма булдырыла. Дамба буйлап тупраҡ юл хәҙерге исеме бирелә. Яр буйына күп бейек панель йорттар, мәктәптәр, баҡсалар төҙөлә. Оҙаҡ ваҡыт дамба төҙөкләндерелмәй, асфальтланмай. Яҙғы ташҡын ваҡытында өлөшләтә емерелә. 2007 йылда ғына дамбаны нығытыу, бетонлау, автомобиль һәм йәйәү йөрөү зоналары өсөн юлдар төҙөү буйынса эштәр башлана[3][4]. Әлеге ваҡытта урам тулыһынса тиерлек асфальтланған, ике-өс кимәлдәге йәйәү йөрөү зоналары бар, яҡтыртылған. Төҙөкләндереү эштәре бөгөнгө көнгә тиклем алып барыла.

Өфө йылғаһы буйындағы йорттарҙың номерҙары буталсыҡ[5].

Инфраструктураһы

Бөтә урам буйлап күп ҡатлы торлаҡ йорттар урынлашҡан. Социаль объекттары күп: балалар баҡсалары, мәктәптәр, дарыуханалар, магазиндар, кафелар. Пляждар бар.

Иҫкәрмәләр

  1. Сипайлово от озера Кашкадан до набережной Уфимки (билдәһеҙ). Посреди России (25 август 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025. Архивировано 22 сентябрь 2022 года.
  2. Дамба, возводимая в «Сипайлово», защитит микрорайон даже от самых серьезных паводков. Сайт администрации городского округа город Уфа (20 август 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025.
  3. В Уфе торжественно откроется противопаводковая дамба в Сипайлово - Новости Уфы и Башкирии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025. Архивировано 24 июль 2022 года.
  4. В Уфе появится новая дамба. Комсомольская правда. (13 май 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025.
  5. Уфа. ул.Набережная реки Уфы. Сипайлово. 2003 год - YouTube. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025. Архивировано 24 июль 2022 года.

Иҫкәрмәләр

Категориялар