Яҡупов Нух Мәхмүт улы
Нух Мәхмүт улы Яҡупов (рус. Нух Махмутович ЯкуповҒ 1950 йылдың 25 авгусы, Ҡазан ҡалаһы) — Рәсәй фәндәр академияһының Ҡазан ғилми үҙәге лабораторияһының төп ғилми хеҙмәткәре, техник фәндәр докторы, профессор, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй инженер академияһының ағза-корреспонденты.
Биография
Яҡупов Нух Мәхмүт улы 1950 йылдың 25 авгусында Ҡазанда тыуған. 1973 йылда А.Н. Туполев исемендәге Ҡазан авиация институтын тамамлай. 1982 йылда «Статика гибких двусвязных пластин и пологих оболочек сложной геометрии» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын, ә 1995 йылда «Статика упругих тонкостенных конструкций сложной геометрии»темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 53
1988 йылда Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2009 йылда профессор ғилми исеме бирелә.
1973 — 1978 йылдаҙа Машиналар эшләү конструкторлыҡ бюроһының Ҡазан филиалы инженер-конструкторы.
1975 — 1977 йылдарҙа Совет армияһында өлкән лейтенант.
1978 — 1991 йылдарҙа Ҡазан физика-техник институты СССР Фәндәр Академияһының Ҡазан филиалы ғилми хеҙмәткәре[1].
Якуповтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары деформацияланған ҡаты есем механикаһы өлкәһендә теоретик һәм эксперименталь тикшеренеүҙәр. 200-ҙән ашыу баҫма авторы[2]. 2002 йылда «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» маҡтаулы исеме бирелә, 2011 йылда «Архимед» Мәскәү Халыҡ – ара уйлап табыуҙар ссалоны лауреаты исемен ала[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Якупов Нух Махмудович. КГАСУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2025.
- ↑ Татарстанское отделение (казанское). Российская инженерная академия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 октябрь 2025.