Яҡупов
Яҡупов — башҡорт һәм урыҫ фамилияһы. Мәғәнәһе ғәр. ҡаршылыҡ белдереүсе, егәрле, хәйләкәр, игеҙҙең береһе, пәйғәмбәр исемен аңлата[1].
Яҡупов Ғилман Ғирфан улы (1925—2012) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).- Яҡупов Ғимран Гәрәй улы (1913—1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.
- Яҡупов Дәүләтбай Мәүлетбай улы (1912—1945) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.
- Яҡупов Ирек Жиһанур улы (3 октябрь 1962 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре, ғалим. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
- Яҡупов Миңлеғәле Миңләхмәт улы (1932—2010) — башҡорт яҙыусыһы, журналист.
- Яҡупов Николай Яҡуп улы (1920—1999) — совет офицеры, медицина хеҙмәте подполковнигы, Советтар Союзы Геройы (1944).
Яҡупов Нәзим Мөхәмәтйән улы (1928—2009) — Советтар Союзы Геройы (1956).- Яҡупов Нух Мәхмүт улы (1950 т.) — татар ғалимы, техник фәндәре докторы, профессор.
Яҡупов Фәрүәт Абдулла улы (1958—2008) — милиция подполковнигы, Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995).
- Яҡупова Венера Ғабдулла ҡыҙы (1959 т.) — журналист.
- Яҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы (1948 т.) — яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Яҡупова Ғиффәт Хәниф ҡыҙы (1923—2013) — педагогик хеҙмәт ветераны, Ленин ордены кавалеры.
- Яҡупова Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы (1952 т.) — журналист һәм дәүләт хеҙмәткәре.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Төпәев С. Х. Башҡорт фамилиялары. — Өфө: Китап, 2008. — С. 404. — 512 с. — ISBN 978-5-295-04594-3.