Яҡупов Ирек Жиһанур улы
Ирек Жиһанур улы Яҡупов (рус. Якупов, Ирек Жиганурович; 1962 йылдың 3 октябре, Яңы Мишәр, Башҡорт АССР-ы) — дәүләт хеҙмәткәре, ғалим. Биология фәндәре кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022). Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районының почётлы гражданы(2017)[1][2].
Биографияһы
Ирек Жиһанур улы Яҡупов 1962 йылдың 3 октябрендә Башҡорт АССР-ы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылында тыуған. Яңы Мишәр урта мәктәбенең 8 класын, Өфө нефть техникумын (1981), Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (1990), Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын (2009) тамамлай. 2013 йылда «Урал буйы тупрағындағы ауыр металдар» темаһына биология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 20 фәнни хеҙмәт авторы.
1980 йылдан Өфөлә Ленин орденлы Өфө нефть эшкәртеү заводында слесарь, ҡоролма операторы, 1981 йылдан Пермь ҡалаһында майлау һәм майлау — һыуытыу шыйыҡсалары заводы операторы булып эшләй.
1981—1983 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1983 йылдан Мәсетле район ауыл хужалығы техникаһының машина-трактор оҫтаханаһы мастеры, контролеры. 1984 йылдан Мәсетле районының Фрунзе исемендәге колхоз ағзаһы.
1984—1990 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Мәсетле район комитеты инструкторы, икенсе секретары, беренсе секретары. 1990—1993 йылдарҙа — Өфөлә ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары.
1993—1995 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы ауыл йәштәре Союзының, Башҡортостан Республикаһы Аграр союзының башҡарма директоры.
1995—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт предприятиелары Йәштәр Ассоциацияһы директоры урынбаҫары.
1997—1999 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарамағындағы Күсемһеҙ милек һәм ер мөнәсәбәттәре мәсьәләләре буйынса Дәүләт комиссияһының төп белгесе, баш белгесе.
1999—2001 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө Буйынса Дәүләт комитетының иҡтисад һәм ер өсөн түләүҙәр бүлегенең баш белгесе.
2001—2004 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығының контроль бүлегенең баш белгесе, 2004 йылда — территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығының дәүләт наградалары бүлегенең баш белгесе, 2004—2005 йылдарҙа — территориялар һәм кадрҙар менән эшләү идаралығының контроль бүлегенең баш белгесе.
2005—2007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары, 2007—2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары.
2008—2011 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең финанс — хужалыҡ тәьминәте идаралығы начальнигы, 2011 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты эштәре идарасыһы урынбаҫары[3].
2020 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы директорының административ-хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары[4].
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
- Салауат Юлаев ордены (2022)
- Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районының почётлы гражданы (2017)
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1990)
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2012)
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2016) [5]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Якупов Ирек Жиганурович. Региональный интерактивный портал «Башкортостан» (1 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2025.
- ↑ Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
- ↑ Якупов Ирек Жиганурович. официальный сайт Муниципального района Мечетлинский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2025.
- ↑ Руководители. Уфимский филиал Финансового университета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2025.
- ↑ Якупов Ирек Жиганурович – Награды России, 2016-02-03. ru.nagrady.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2025.
Сығанаҡтар
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
- Якупов Ирек Жиганурович. Единый республиканский инновационный бизнес-портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2025.