Мәсетле районының почётлы граждандары
Мәсетле районы Почётлы граждандары — маҡтаулы исем. Мәсетле районы муниципаль район Советы ҡарары менән 2005 йылдың 28 сентябрендә булдырылған.
★ Бәҙертдинов Эдуард Фәрхетдин улы — 2023 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Ватолин Павел Леонидович — 2021 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Дилмөхәмәтова Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы — 2006 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы (6 август 1941 йыл) — режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1997 йылдан М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1998 йылдан Ырымбур сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), Башҡорт АССР-ының (1977), Татарстан Республикаһының (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996), Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2002) һәм IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012), Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2021) һәм Салауат Юлаев (2020)[1] ордендары кавалеры. Сығышы менән Яңы Мөслим ауылынан. 2011 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Корлыханов Николай Иванович — 2020 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Ҡаев Фәрит Ғалихан улы (25 апрель 1955 йыл) — табип, хужалыҡ хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992). «Хеҙмәт ветераны» (2000), юғары категориялы табип (1992). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019)[2]. Сығышы менән Ләмәҙтамаҡ ауылынан. 2017 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы (11 сентябрь 1930 йыл — 14 сентябрь 2008 йыл) — партия органдары хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән Ләмәҙтамаҡ ауылынан. 2005 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Латипов Ҡотдос Ҡәниф улы (14 июль 1923 йыл — 23 декабрь 2016 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, авиация полковнигы (1967). 1945 йылдан КПСС ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1946). Сығышы менән Яңы Мишәр ауылынан. 2007 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Латипов Юрис Хәйҙәр улы — 2023 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Максимов Семен Ефимович — 2010 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Мөхәмәтйәрова Тәнзилә Сәмей ҡыҙы — 2008 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Нәжипов Алмас Исмәғил улы — 2012 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы (4 апрель 1933 йыл) — дәүләт, йәмәғәт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим. Иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы. Башҡорт АССР-ының VII[3], VIII[4] һәм X[5] саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Шишмә районы Бишкәзә ауылынан. 2005 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.[6]
★ Сәфиуллин Ғабулхаҡ Ҡашап улы (1 сентябрь 1934 йыл) — табип. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1976). Сығышы менән Оло Ҡыҙылбай ауылынан. 2009 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Томилов Михаил Иванович (18 ноябрь 1929 йыл — 15 июль 2008 йыл) — агроном, СССР-ҙың партия һәм хужалыҡ хеҙмәткәре. 1967—2000 йылдарҙа Мәсетле районы Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (1997) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), «Почёт билдәһе» (1973) ордендары, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» (1948) миҙалы менән бүләкләнгән. Сығышы менән Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан. 2005 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Фомина Елизавета Владимировна (20.09.1938 — 07.11.2012) — уҡытыусы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1984), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987), Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2008). Сығышы менән Полоцк ҡалаһынан. 2012 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Фуфаев Анатолий Федорович — 2005 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Әмиров Нәҡи Сәбиғйәр улы 3 февраль 1929 йыл — 29 сентябрь 2014 йыл) — хужалыҡ, совет һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1980—1987 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1977) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Милли көрәш буйынса Мәсетле районы Батыры (1954—1958). Халыҡ депутаттарының Мәсетле район Советы депутаты (1965—1987). Мәсетле районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Советы рәйесе. Сығышы менән Яңы Мөслим ауылынан. 2005 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Әхмәтйәнов Хәниф Мәүли улы (21.09.1954) — дәүләт хеҙмәткәре. Мәсетле районы хакимиәтенең Мәҙәниәт бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). СССР Мәҙәниәт министрлығының «Бик яҡшы эш өсөн» күкрәк билдәһе (1989), Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе (2001) менән бүләкләнгән. Сығышы менән Асҡын районының Ахун ауылынан. 2020 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
★ Яҡупов Ирек Жиһанур улы (03.10.1962) — дәүләт хеҙмәткәре, ғалим. Биология фәндәре кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022). 2015 йылдан Мәсетле районының Почётлы гражданы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Радий Хабиров вручил государственные награды России и Башкортостана. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 21.01.2020 2020 йылдың 8 август көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2020)
- ↑ Глава Башкирии наградил мечетлинца орденом Салавата Юлаева 2019 йылдың 13 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ БАССР-ҙың етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаттары (255 депутат)
- ↑ БАССР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаттары (257 депутат)
- ↑ БАССР-ҙың унынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаттары (280 депутат)
- ↑ Муниципаль район Мәсетле районы Советының 2005 йыл 28 сентябрь ҡарары