Дилмөхәмәтова Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы
Дилмөхәмәтова Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы (1 февраль 1931 йыл — 8 август 2023 йыл) — һауынсы, ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы. СССР профессиональ союздарының XV съезы делегаты (1971). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Ленин (1971), Октябрь революцияһы (1973) ордендары кавалеры. Мәсетле районының почётлы гражданы (2006)[1].
Биогорафияһы
Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы Дилмөхәмәтова 1931 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Оло Аҡа ауылында тыуа[1].
Оло Аҡа мәктәбендә башланғыс белем ала (1942).
1942 йылдан «Аҡа» колхозында хеҙмәт юлын башлай. 1943—1950 йылдарҙа көтөүсе, ашнаҡсы, быҙау ҡараусы булып эшләй.
1951 йылдан 1986 йылға тиклем Мәсетле районының «Әй» совхозында һауынсы булып эшләй. Районда тәүгеләрҙән булып һәр һыйырҙан 3000 литрҙан ашыу һөт һауып ала, 1971 йылда рекорд ҡуя — 4146 литр һауа.
1986 йылда хаҡлы ялға сыға, Оло Аҡа ауылында йәшәй.
2023 йылдың 8 авгусында 92 йәшендә Оло Аҡа ауылында вафат була, шул ауылда ерләнгән[2].
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)[1]
- Ленин ордены (1971)
- Октябрь Революцияһы ордены (1973)
- «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (1945),
- «В. И. Лениндың тыуыуының 100 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы (1970)
- СССР ВДНХ-һының бронза миҙалы
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
- ↑ На 92-м году жизни скончалась Почетный гражданин Мечетлинского района Зугра Дильмухаметова. Сайт районной газеты Мечетлинская жизнь (8 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2025.
Сығанаҡтар
Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9.
Һылтанмалар
- Почетные граждане: Дильмухаметова Зухра Кульмухаметовна. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан (официальный сайт). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2025.
- Райондың почетлы гражданына – 90 йәш. «Мәсетле тормошо» гәзите. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2025.
- Хеҙмәте менән матур. «Мәсетле тормошо» гәзите. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2025.