Яҡупов Дәүләтбай Мәүлетбай улы
Яҡупов Дәүләтбай Мәүлетбай улы (рус. Якупов Давлетбай Мавлетбаевич, 1912 йыл — 23 апрель 1945 йыл) — шағир-сәсән, хәрби хеҙмәткәр, гвардия гвардия өлкән сержанты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. III дәрәжә Дан ордены кавалеры.[1]
Биографияһы
Яҡупов Дәүләт Мәүлетбай улы 1912 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Дыуан-Мәсетле улысының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районына ҡараған Яңы Мишәр ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс мәктәпте тамамлай.
1930 йылдан «Гигант», артабан үҙгәртелгән «Ҡыҙыл Маяҡ», «Фрунзе» исемендәге колхоз ағзаһы була. 1933—1934 йылдарҙа Яңы Мишәр ауыл Советында хисапсы булып эшләй. 1934—1936 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә. 1936—1941 йылдарҙа Яңы Мишәр ауыл Советында секретарь вазифаһын башҡара.
1941 йылдың 10 декабрендә Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы военкоматы тарафынан Бөйөк Ватан һуғышына саҡырыла. 113-сө Башҡорт кавалерия дивизияһы сафына ебәрелә, артабан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына күсерелә. 1942 йылдың 1 июненән Брянск, Көньяҡ Көнсығыш фронттарында алыша. 1942 йылдың ноябрь айында Дон далаларындағы алышта ҡаты яралана, декабрь һуңында тыуған ауылына ҡайта. Яңы Мишәр ауылыда сельпо рәйесе булып эшләй.
1943 йылдың көҙөндә яңынан һуғышҡа саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында ҡылыссылар отделениеһы, танҡтарға ҡаршы мылтыҡтар взводының отделение командиры булып хеҙмәт итә.
1945 йылдың 23 апрелендә Берлинға һөжүм итеү хәрби операцияһы ваҡытында Креммен ҡалаһы янындағы алышта һәләк була. Яу яланында ҡаланың көньяҡ-көсығышында 1 км. алыҫлыҡта урман буйында, һуңынан Потсдам ҡалаһындағы Совет яугиҙары ҡәберлегенә күсереп ерләнә.
Әҫәрҙәре
Хәтер
- Яңы Мишәр мәктәбендә стенд эшләнгән;
- Йәшәгән йортона таҡтаташ ҡуйылған;
- Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында «Ҡыҙылармеец Якупов» исемле документаль фильм төшөрөлгән.
Наградалары
- III дәрәжә Дан ордены (27.02.1945)[2]
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (29.05.1944)[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ ЯКУПОВ Давлет (Давлетбай) Мавлютович (Мамотович, Мавмонтович). Шаймуратовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии.
- ↑ Архивные документы о награждении орденом Славы III степени. Портал «Подвиг народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 декабрь 2024.
- ↑ Архивные документы о данном награждении медалью «За боевые заслуги». Портал «Подвиг народа».
Сығанаҡтар
- Шаймуратовцы – воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии: биографический справочник / [Всемирный курултай (конгресс) башкир: авторы-составители К.И. Аглиуллина и др.; автор вступительной статьи Р.Ф. Хабиров; автор предисловия Э.Р. Аиткулова; научный редактор Р.Н. Рахимов] . [2-е изд., перераб. и доп.]. – Уфа: Китап, 2022. – 470
Һылтанмалар
- Ҡыҙылармеец Якупов. Документаль фильм. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналы (9 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 декабрь 2024.
- Беҙҙең гүзәл еребеҙҙе дошман тапап йөрөмәһен! «Башҡортостан» гәзите (4 апрель 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2025.
- Зөлфиә Ханнанова. Кем ул Яҡупов? «Музейҙар төнө»ндә «Ҡыҙылармеец Яҡупов» фильмын күрһәттеләр. «Ватандаш» журналы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2025.
- Регина Яҡупова. Һеҙҙең ҡаһарманлыҡҡа һоҡланам. «Мәсетле тормошо» гәзите (27 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ғинуар 2025.