Яҡупов Фәрүәт Абдулла улы
Фәрүәт Абдулла улы Яҡупов (рус. Фарват Абдуллович Якупов; 1958 йылдың 20 марты, Бурлы, Башҡорт АССР-ы — 2008 йылдың 1 декабре, Видное[d], Мәскәү өлкәһе) — эске эштәр органдары хеҙмәткәре. Мәскәү өлкәһе Эске эштәр баш идаралығы тиҙ хәрәкәт итеүсе махсус отрядының (СОБР) мөһим эштәр буйынса өлкән оперуполномоченныйы, милиция подполковнигы (2004). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995).
Биографияһы
Яҡупов Фәрүәт Абдулла улы 1958 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Ғафури районы Бурлы ауылында тыуған[1].
Урта мәктәпте тамамлай. 1983 йылдың октябренән 1985 йылдың декабренә тиклем прапорщик Фәрүәт Яҡупов СССР Ҡораллы Көстәрендә Афғанстан Демократик Республикаһындағы совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты составында хеҙмәт итә[2].
1991 йылдың 4 сентябренән — эске эштәр органдарында: милиционер, Мәскәү өлкәһе Эске эштәр баш идаралығы айырым тәғәйенләнеш милиция отрядының отделение командиры. 1993 йылдың ғинуарынан — Мәскәү яны тиҙ хәрәкәт итеүсе махсус отрядта оперуполномоченный вазифаһында, ә шул уҡ йылдың ноябренән — айырыуса мөһим эштәр буйынса өлкән оперуполномоченный. Күп тапҡырҙар Төньяҡ Кавказға эш буйынса командировкаларға бара. Хәрби операцияларҙа ҡатнаша, шуларҙың береһе ваҡытында, 1995 йылдың ғинуар аҙағында, ҡамауға эләккән төркөмдөң китеүен ҡаплап, ауыр яралана[2].
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 25 авгусындағы Указы менән, Төньяҡ-Кавказ төбәгендә ғүмере өсөн хәүеф менән бәйле шарттарҙа хеҙмәт бурысын үтәгән ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, милиция өлкән лейтенанты Яҡупов Фәрүәт Абдулла улына «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[2].
Ҡыйыу милиция офицеры Рәсәй эске эштәр министрлығы органдарында — ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса Мәскәү яны төбәк идаралығының оператив-тактик әҙерлек үҙәгендә хеҙмәтен дауам итә. 2003 йылдан отставкала[2].
Мәскәү өлкәһенең Видное ҡалаһында йәшәй. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай[2].
2008 йылдың 1 декабрендә Видное ҡалаһында оҙайлы ҡаты ауырыуҙан һуң 51-се йәшендә вафат була[1]. 2008 йылдың 3 декабрендә ул Башҡортостанда, Ғафури районының Бурлы ауылында, хәрби хөрмәт менән ерләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995);
- Батырлыҡ ордены;
- «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены;
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (Рәсәй);
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 2 октябрендәге 585-се Ҡарары менән Рәсәй Федерацияһы Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡуповтың исеме Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль (рус.)баш. районының Бурлы ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһына бирелгән[3];
- 2020 йылдың 23 февралендә Бурлы ауылында Рәсәй Геройы Ф.Яҡуповҡа бюст асыла. Тантанаһла Бр Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары И. Х. Сәғитов һәм район хакимиәте башлығы Ф. Ф. Сыңғыҙов ҡатнаша[4].
- Тыуған ауылы Бурлыла Фәрүәт Яҡуповҡа бюст ҡуйылған[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Е. А. Смирнов. Якупов Фарват Абдуллович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (4 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Н. В. Уфаркин. Якупов Фарват Абдуллович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 2 октября 2020 года № 585 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза, Героев Российской Федерации и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (2 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026. (рус.)
- ↑ В Гафурийском районе состоялось торжественное открытие бюста Героя Российской Федерации Фарвата Якупова. Муниципальный район Гафурийский район Республики Башкортостан (22 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Якупов Фарват Абдуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2026)
- Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Якупов Фарват Абдуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2026)
- Национальный музей Республики Башкортостан. Официальный сайт. Якупов Фарват Абдуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2026)