Ғабдулла Туҡай һәйкәле (Яр Саллы)

Ғабдулла Туҡай һәйкәле (рус. памятник Габдулле Тукаю, ингл. Gabdulla Tuqay Statue)Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында 2011 йылда асылған һәйкәл. Бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың (1886-1913) 125 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә ҡуйылған.

Йөкмәткеһе 1 Тарихы 2 Тасуирлама 3 Әҙәбиәт 4 Һылтамалар 5 Шулай уҡ ҡарағыҙ 6 Иҫкәрмәләр

Тарихы

2011 йылның 22 ноябрендә Яр Саллының Яңы ҡалаһында (Автозавод районы) Тыныслыҡ проспекты менән Рәис Беляев урамы киҫешкән сатта, Ершов урамы тукталышыннан алыҫ түгел урынлашҡан Тукай скверында (16/09 йорты янында) асылған.

Һәйкәлде асыу тантанаһында рәсми кешеләр — Татарстандың премьер-министры Илдар Халиков, Вәсил Шәйхразыев[1], шағирҙар Разил Вәлиев, Илфак Ибраһимов[2], Роберт Миңнуллин, Камал театры артистары ҡатнаша.

2012 йылдан башлап, хөкүмәт бүләктәренә лайыҡ булған саллыларға дәүләт бүләктәре әлеге һәйкәл янында тапшырыла[3].

2015 йылдың мартында билдәһеҙ кешеләр һәйкәлде ак буяуҙар менән бысратып, «уҫал» тигән һүҙ яҙып, пентакль символдары төшерөп, шағир ҡулындагы китапты ботарлап алып китәләр[4][5].

Тасуирламаһы

Файл:Тукай һәйкәле-Чаллы 1.jpg
Туҡай бюсы (китапсыз)

Һәйкәл Мәскәү өлкәһе Солнечногорск ҡалаһында бронзанан ҡойолған.

Монументның бейеклеге — 6 м.

Шағир, кулдарын күкрәгенә ҡаушырып, уң ҡулына китап тоткан хәлдә түңәрәк постаментта баҫып тора.

Постаментның аҫкы өлешөндә кирил һәм ғәрәп яҙыуы менән «Ғабдулла Туҡай» тип яҙылған.

Проекттың авторы — скульптор Владимир Демченко (Мәскәү), һәйкәлде скульптор Илдар Ханов (1940-2013) иҗадына таянып яһаған[6].


« Һәйкәл бик кыҫҡа вакыт эсендә (июнь-ноябрь) төҙөлдө. Шағирҙың яңғыҙ фигураһын түгел, үҙе яҙган әҙәби әҫәрҙәрендәге ҡаһармандары (алтын тараҡ тоткан Һыу инәһе, Киҫекбаш, Саҡ-Суҡ) әйләнәһендә итеп күрһәтергә булдым. Имән ағасы менән тоташҡан Шүрәле образына ҙур урын бирелде. Ағастың осонда шағирҙың музаһы (хыялы, өмөтө, тормошка ашмаған мәхәббәте) урынлаштырылды.
Владимир Демченко
»

Әҙәбиәт

  1. Чаллыда Тукай һәйкәле. «Мәйдан», 2011 ел, № 12.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр