Ғиззәтуллин Рим Рифғәт улы
Ғиззәтуллин Рим Рифғәт улы (2 ноябрь 1958 йыл) — химик. Техник фәндәр докторы (2004).
Биографияһы
Рим Рифғәт улы Ғиззәтуллин 1958 йылдың 2 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлай һәм шунда уҡ эшкә ҡалдырыла. 1987 йылда Органик химия институтына күсә: бында 1993 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1994 йылдан лаборатория мөдире вазифаһын башҡара. 1996 йылан башлап Башҡортостан Республикаһынының энергия ресурстары транспорты проблемалары институтында (ИПТЭР дәүләт униатр предприятиеһы) эшләй[1], бүлек мөдире вазифаһын башҡара. 2000 йылдан — Өфөлә «Ада» ғилми производство фирмаһының генераль директоры. Әлеге предприятие изоляцион материалдар етештереү менән шөғөлләнә[2]. 2006 йылдан алып «Ада» ҒПП-һы Мәскәүҙә урынлаша (2013 йылда бөтөрөлә). Хәҙерге ваҡытта Р. Р. Ғиззәтуллин — шәхси эшҡыуар[3].
2004 йылда «Усовершенствование метода защиты магистральных трубопроводов от коррозии в трассовых условиях на основе разработанных новых изоляционных материалов» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (фәнни консультанты профессор Р. С. Ғүмәров)[4].
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни хеҙмәттәре юғары молекуляр берләшмәләрҙең стабилләшеү һәм иҫкереү проблемаларына, металдарҙы коррозиянан һаҡлау өсөн композициялы материалдар эшләүгә арналған. Р. Р. Ғизтуллин тарафынан битум-полимер мастикалар, изоляциялау таҫмалары һәм йәбештергес составтар эшләнә, улар РФ, Беларусь Республикаһында үткәргес торба транспорты предприятиеларында ҡулланыла.
30-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.
Төп ғилми хеҙмәте:
Правила технической эксплуатации магистральных нефтепроводов. М., 2001 (авторҙ.); Защитные покрытия для трубопроводов. СПб., 2004 (авторҙаш).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Ғиззәтуллин Рим Рифғәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Гиззатуллин Рим Рифгатович