Ғилманов Фәрит Фәррәх улы

Ғилманов Фәрит Фәррәх улы Ғилманов (рус. Гильманов Фарит Фаррахович; 1976 йылдың 8 феврале, Ҡыҙыл Октябрь, Башҡорт АССР-ы) — Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы (2019 йылдың авгусынан); Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы (2011 йылдың апреле — 2019 йылдың ғинуар). 2011 йылдан «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы.

Элекке мэр Радик Борхамәтов үҙ теләге буйынса вазифаһынан киткән (ул «вазифаһын дөрөҫ ҡулланмау» өсөн енәйәт эшендә ғәйепләнеүсе һәм ҡаланың һыу хужалығы активтарын законһыҙ рәүештә коммерция субъектына тапшырыуҙа шик аҫтында). Ҡала мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Мортазинға ҡарата «вазифаһын дөрөҫ ҡулланмаған» өсөн енәйәт эше асылған[1].

Белеме

1998 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург янғын хәүефһеҙлеге институтын тамамлай. 2008 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург янғын һүндереү хеҙмәте университетының (рус.)баш. адъюнктураһын тамамлай. Педагогия фәндәре кандидаты.

«Педагогические условия развития профессиональной компетентности сотрудников Государственной противопожарной службы МЧС России» темаһына диссертация яҡлай. Яҡлау урыны: Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Санкт-Петербург университеты[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

1998 йылдан БР Эске эштәр министрлығының ПЧ-53 ОГПС-2 начальнигы урынбаҫары вазифаһында.

2000 йылдан Ғилманов — БР Эске эштәр министрлығының ПЧ-36 ОГПС-2 начальнигы (2002 йылдан алып — БР Эске эштәр министрлығы). 2005 йылдан 2011 йылдың мартына тиклем Салауат ҡалаһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының УГПН ГУ дәүләт янғын һүндереү инспекцияһы бүлеге начальнигы. Рәсәй Эске эштәр министрлығының подполковнигы.

2005—2011 йылдарҙа Салауат ҡалаһының Дәүләт янғын инспекцияһы идаралығы, УГПН, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш дирекцияһы начальнигы вазифаларын башҡара. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының эске хеҙмәтендә подполковник.

2011—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Салауат ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.

2019 — Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары һәм вазифаһын башҡарыусы[3].

Ғаиләһе

Өйләнгән, ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй.

undefined

Наградалары

Ф. Ф.Ғилманов Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр Министрлығы миҙалдары менән бүләкләнгән, «Иң яҡшы янғын һүндереү һаҡлау хеҙмәткәре» билдәһе[4].

Әҙәбиәт

  • Гильманов Фарит Фаррахович. «Педагогические условия развития профессиональной компетентности сотрудников Государственной противопожарной службы МЧС России», диссертация кандидата педагогических наук : 13.00.08 / Гильманов Фарит Фаррахович; — Санкт-Петербург, 2008.- 156 с.: ил. РГБ ОД, 61 09-13/325