Ғүмәрова Люциә Шаһыбал ҡыҙы
Люциә Шаһыбал ҡыҙы Ғүмәрова (рус. Гумерова, Люция Шагибаловна; 1959 йылдың 1 ғинуары, Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы) — ғалим-юрист, дәүләт эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2009—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды рәйесе. Юридик фәндәр кандидаты (1986), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Биографияһы
Люциә Шаһыбал ҡыҙы Ғүмәрова 1959 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районында тыуған.
1976—1977 йылдарҙа «Союзнефтемашремонт» производство берекмәһендә копировальщик булып эшләй.
1977—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында «хоҡуҡ белгесе» һөнәре буйынса уҡый.
1982—1986 йылдарҙа тикшеренеүсе стажер булып эшләй, Ленинград дәүләт университетының аспирантураһында уҡый.
1986 йылда «Совет дәүләт идаралығы органы тарафынан компетенцияны тормошҡа ашырыуҙың административ-хоҡуҡи гарантиялары» темаһына диссертация яҡлай (ғилми етәксеһе: Дрейшев Борис Владимирович)[1].
1987—1996 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент.
1996 йылдан 2009 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды судьяһы[2].
2009—2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе.
20-нән ашыу ғилми публикация авторы[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2006);
- Рәсәй Федерацияһы Судьялар советының «Ғәҙел хөкөмгә хеҙмәт иткән өсөн» күкрәккә таҡмалы билдәһе (2007);
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2009)[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гумерова, Люция Шагибаловна. Административно-правовые гарантии реализации компетенции органом советского государственного управления // disserCat. — 1986.
- ↑ Станислав ШАХОВ | Сайт «Комсомольской правды». В Башкирии новый председатель конституционного суда. ufa.kp.ru - Сайт «Комсомольской правды». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026.
- ↑ 1 2 Гумерова Люция Шагибаловна. Единый республиканский инновационный бизнес-портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2015. Архивировано 24 сентябрь 2015 года.