Ғүмәрова Флүрә Нәзир ҡыҙы
Ғүмәрова Флүрә Нәзир ҡыҙы (рус. Гумерова Флюра Назировна, 12 июнь 1964 йыл) — Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре[1], Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
Биографияһы
Флүрә Нәзир ҡыҙы Ғүмәрова 1964 йылдың 12 июнендә Белорет районының Бельский ауылында тыуған. 1979 йылда Бөрйән районы Ағиҙел һигеҙ йыллыҡ мәктәбен (хәҙерге Иҫке Собханғол ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбен) тамамлай.
Белорет педагогия училищеһын 1983 йылда тамамлағандан һуң, Бөрйән районы Иҫке Собханғол төп мәктәбендә 25 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. 2008—2009 йылдарҙа ошо уҡ мәктәптең директоры. 2009—2011 йылдарҙа — Бөрйән районы мәғариф бүлеге методисы. 1994 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай.
2011 йылдың сентябренән — Иҫке Собханғол ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
2012 йылдың сентябренән Флүрә Нәзир ҡыҙы Иҫке Собханғол мәктәбе директорҙың уҡыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары[2].
Флүрә Нәзир ҡыҙы ике тапҡыр (2015 һәм 2021 йылдарҙа) «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары» төбәк конкурсында еңеү яулай[3], 2019 йылда «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» муниципаль һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңә, бер нисә тапҡыр Бөрйән районы муниципаль Советы һәм муниципаль районы хакимиәтенең Почет грамоталары, Башҡортостан Мәғариф министрлығының «Уҡыусыларҙы уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн» Почет грамоталары менән бүләкләнә (1993 һәм 1998 йылдар). 2013 йылда уға Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү федерацияһы хеҙмәткәре исеме бирелә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2024)
- Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре
Сығанаҡтар
- Башҡортостан уҡытыусыһы журналы, 19 март 2024 йыл. Победитель профессиональных конкурсов
- Мероприятие посвященное чествованию победителей конкурса "Лучшие учителя и преподаватели башкирского и русского языков" в 2021 годуhttp://burzyanro.ru/news/torzhestvennoe_meroprijatie_chestvovaniju_pobeditelej_konkursa_luchshie_uchitelja_i_prepodavateli_bashkirskogo_i_russkogo_jazykov_v_2021_godu/2021-10-07-756
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 12 августа 2024 г. N УГ-774 "О присвоении почетных званий Республики Башкортостан"
- ↑ Гумерова Флюра Назировна
- ↑ Мероприятие посвященное чествованию победителей конкурса «Лучшие учителя и преподаватели башкирского и русского языков» в 2021 году
- ↑ Победитель профессиональных конкурсов