Ғәббәсов Абдулла Ғәббәс улы

Ғәббәсов Абдулла (Ғабдулла) Ғәббәс улы (4 ғинуар 1900 йыл — ????) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, I дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Абдулла Ғәббәс улы Ғәббәсов Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Борисовка ауылында 1900 йылдың 4 ғинуарында тыуған. 1918—1919 йылдарҙа граждандар һуғышында ҡатнаша. 1938 йылдан ВКП (б) ағзаһы. 1941 йылдың октябрендә Өфө ҡалаһы Молотов РВК-һы тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Дивизияның финанс бүлеге мөдире вазифаһын биләй, интендант хеҙмәте гвардия майоры[1][2][3].

Хәрби юлы

Ғәббәсов Ғәббәс Абдулла улының хәрби юлы 1-се Белорус фронты составында үтә[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены[5]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)[6]
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы(1943)[7]
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «Берлинды алған өсөн» миҙалы
  • «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы

Һылтанмалар